Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2018, 22:38

Республикала тыуым һәм үлем ҡайҙа күберәк

2018 йылдың тәүге ике айында республикала 7 710 сабый донъяға килгән, 8 363 кеше үлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта. Башҡортостанда ошо ике айҙа мең кешегә 11,7 бала һәм 12,7 үлгән кеше тура килә. Сағыштырыу өсөн: Башҡортостанда 2017 йылдың ғинуар-февралендә 7 755 бала тыуған, 8 966 кеше вафат булған.

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2018 йылдың тәүге ике айында республикала 7 710 сабый донъяға килгән, 8 363 кеше үлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостанстатта.

Башҡортостанда ошо ике айҙа мең кешегә 11,7 бала һәм 12,7 үлгән кеше тура килә.

Сағыштырыу өсөн: Башҡортостанда 2017 йылдың ғинуар-февралендә 7 755 бала тыуған, 8 966 кеше вафат булған.

Ҡала округтары араһында иң күп бала ғәҙәттәгесә Өфөлә тыуған – 2126. Иң аҙы – Ағиҙелдә, бында тәүге ике айҙа 28 сабый донъяға ауыз һалған.

Иң күп үлем осраҡтары ла Өфөгә һәм Ағиҙелгә тура килә – 2012 һәм 19.

Башҡортостандың муниципаль райондарына ҡағылғанда, иң күп кескәйҙәр Туймазы районында, шул иҫәптән Туймазыла тыуған – 261. Иң аҙы – Йәрмәкәй районында – 19 сабый.

Белорет районы һәм ҡалаһы үлем буйынса алдынғы тип танылған. Ағымдағы йылдың тәүге ике айында 263 кеше һәләк булған. Был ваҡыт эсендә Бөрйән районында мәрхүмдәр һаны иң аҙы – 25 кеше, тип мәғлүмәт бирҙе статистар.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың 1 ғинуарында республикала даими йәшәүселәр һаны 4,063 миллион кешенән артҡан.
Читайте нас: