Өфө предприятиелары йәштәргә эш тәҡдим итә
Башҡортостандың баш ҡалаһында 5 апрелдә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 5 апрелдә йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә. Тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбендә – администратор, автомобиль водителе, тәрбиәсе, хеҙмәтсе ҡатын-ҡыҙ, йөксө, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, официант, ашнаҡсы, һатыусы, электрик. Йәрминкәгә килгәндәргә ғәҙәттәгесә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше бирелә, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар үткәрелә. Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай. Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем. http://www.bashinform.ru/news/1136896-predpriyatiya-ufy-predlozhat-molodezhi-svoi-vakansii/