ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында әйтеүҙәренсә, ғәйепләнеүселәргә һайлау хоҡуғын бойомға ашырыу тәртибе аңлатылған. 70 тотҡон иректән мәхрүм ителеү урынынан ситкә сығып йөрөргә һәм һайлау участкаларында тауыш бирергә хоҡуҡлы, 74-енә яза башҡарыу урынынан китеү тыйылған. Һайлау көнөндә йортта тотҡонлоҡта ултырған граждандарға тауыш биреү өсөн махсус йәшник тотоп һайлау комиссияһынан күсмә төркөм килә.