Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2018, 17:46

Өфөлә башҡорт – ҡатын-ҡыҙҙарының төбәк ойошмаһының II “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Өфөлә башҡорт – ҡатын-ҡыҙҙарының төбәк ойошмаһының II “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда 2017 йылда төрлө өлкәләрҙә иң юғары уңыштарға өлгәшкән гүзәл заттар “Ҡатын-ҡыҙ - әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ - лидер”, “Ҡатын-ҡыҙ - ғалимә”, “Ҡатын – ҡыҙ - бизнес-леди”, “Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт”, “Ҡатын-ҡыҙ - уҡытыусы”, “Ҡатын-ҡыҙ - һөнәр оҫтаһы”, “Ҡатын-ҡыҙ - йыл үрнәге”, “Ҡатын-ҡыҙ - әүҙем йәмәғәтсе”, “Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре” номинациялары буйынса билдәләнде.

Өфөлә башҡорт – ҡатын-ҡыҙҙарының төбәк ойошмаһының II “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Унда 2017 йылда төрлө өлкәләрҙә иң юғары уңыштарға өлгәшкән гүзәл заттар “Ҡатын-ҡыҙ - әсә”, “Ҡатын-ҡыҙ - лидер”, “Ҡатын-ҡыҙ - ғалимә”, “Ҡатын – ҡыҙ - бизнес-леди”, “Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт”, “Ҡатын-ҡыҙ - уҡытыусы”, “Ҡатын-ҡыҙ - һөнәр оҫтаһы”, “Ҡатын-ҡыҙ - йыл үрнәге”, “Ҡатын-ҡыҙ - әүҙем йәмәғәтсе”, “Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре” номинациялары буйынса билдәләнде.

Йәмәғәт эшендә үҙен оҫта ойоштороусы, маҡсатлы лидер булараҡ танытыусылар араһында үткәрелгән “Ҡатын-ҡыҙ - лидер” номинацияһында Мораҡ үҙәк район дауаханаһы терапевты Лариса Баваддинова башҡорт – ҡатын-ҡыҙҙарының төбәк ойошмаһы Дипломына лайыҡ булды. Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшкән, ижадтарында башҡорт халҡының милли ҡиммәттәрен сағылдырған гүзәл заттар өсөн булдырылған “Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт” номинацияһында Йомағужа моделле китапханаһы мөдире Зәйтүнә Әбдрәшитова призға лайыҡ булды, уға БР Мәҙәниәт министрлығы һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йорто дипломы, “Арғымаҡ” этно-төркөмө Рәхмәт хаты тапшырылды.

“Ҡатын-ҡыҙ – йыл үрнәге” номинацияһында ҡатнашҡан “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Фәймә Аҡъюлова РФ Дәүләт Думаһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Уларҙың барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.


Читайте нас: