ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһындаойошманың символикаһына конкурс иғлан итте.
Эскиздар биҙәүестәр — муйынсаҡ, алҡа, төйрәмес рәүешендә булырға мөмкин. Еңеүсене «Милләт байлығы» ойошмаһынан ювелир биҙәүестәр менән бүләкләү ҡаралған.
«Киләсәктә был символ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең айырылып торған билдәһенә әүерелергә тейеш. Беҙ юбилярҙарыбыҙҙы, әүҙем ағзаларыбыҙҙы ошо билдә менән бүләкләргә ниәтләйбеҙ», — тип хәбәр итте ойошма рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.