Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март 2018, 14:41

Журналистикаға тоғро шәхес

Роберт Собханғоловтың исеме гәзит уҡыусыларға ғына түгел, район телевидениеһының тоғро дуҫтарына ла яҡшы таныш. Оҙаҡ йылдар журналист булып эшләгән Роберт Шакир улының тормошо ла, эшмәкәрлеге лә матбуғат менән тығыҙ бәйләнгән. Уның атаһы Шакир Собханғолов Бөйөк Ватан һуғышына район гәзитенең (“Коммуна байрағы”) баш мөхәррире вазифаһынан оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Уның эшен улы Роберт дауам итеп, журналистика өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итеп, бик ҙур эштәр башҡарып, бихисап ҡаҙаныштарға өлгәшә.

Роберт Собханғоловтың исеме гәзит уҡыусыларға ғына түгел, район телевидениеһының тоғро дуҫтарына ла яҡшы таныш. Оҙаҡ йылдар журналист булып эшләгән Роберт Шакир улының тормошо ла, эшмәкәрлеге лә матбуғат менән тығыҙ бәйләнгән. Уның атаһы Шакир Собханғолов Бөйөк Ватан һуғышына район гәзитенең (“Коммуна байрағы”) баш мөхәррире вазифаһынан оҙатыла.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Уның эшен улы Роберт дауам итеп, журналистика өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итеп, бик ҙур эштәр башҡарып, бихисап ҡаҙаныштарға өлгәшә.


Роберт Шакир улы 1938 йылдың 4 февралендә донъяға килә. 1956 йылда Мораҡ башҡорт педагогия училищеһын тамамлағас, Санъяп ете йыллыҡ мәктәбендә балаларға белем бирә. 1968 йылда “Хеҙмәткә дан” район гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә саҡырыла.


1974 йылда ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай. 1989-1990 йылдарҙа “Еңеүгә” Федоровка район ғәзитендә, 1991-1998 йылдарҙа “Башҡортостан” ДТРК-ның филиалы - Мәләүез районы радиоһында мөхәррир була.


1999 йылда ул район хакимиәте тәҡдиме буйынса Күгәрсен районында телевидение асып, уның мөхәррире булып ҡайта. “Оло Эйек” телевидениеһының аяҡҡа баҫыуына, ныҡлап эшләп китеүенә ҙур өлөш индергән журналист 2003 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге район премияһына лайыҡ була, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртҡаны өсөн Рәхмәт хаты һәм махсус миҙал менән бүләкләнә, РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнә.


Район телевидениеһында оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң ул “Мораҙым” гәзитенә хәбәрсе булып күсә. Ошо йылдарҙа ул районыбыҙҙың ер-һыу атамаларының килеп сығышын ентекле тикшереп, топонимик һүҙлек төҙөй, тарихи ваҡиғаларға бәйле урындарҙы барлай, тәбиғәт ҡомартҡылары, ябай эшсе һөнәр эйәләре тураһында төплө, йөкмәткеле мәҡәләләр яҙа, һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә була.



Ул әле лә матбуғат менән даими ҡыҙыҡһынып, йәш ҡәләмдәштәренә тәнҡит һүҙҙәрен дә, кәңәштәрен дә еткереп, йүнәлеш күрһәтеп, үҙ фекерҙәрен ваҡытында әйтеп бара.



Роберт Собханғоловтың башҡорт журналистикаһына индергән өлөшө ысын мәғәнәһендә баһалап бөткөһөҙ.

Уның хеҙмәте, эшмәкәрлеге, ҡәләм үткерлеге, фекер тослоғо, хатта ижад ҡиблаһы ла башҡа ҡәләмдәштәренекенән күпкә айырылып тора.

Ундайҙар хаҡында ижадҡа тоғро шәхес тип һис тә икеләнмәй әйтергә була.


Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Читайте нас: