Мораҙым
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март 2018, 12:52

Күгәрсен үҙенең юбилейына әҙерләнә

Уҙған йылға рәхмәт әйтеп, илебеҙ яңы 2018 йылға аяҡ баҫты. Һәр кем: йәше-ҡарты яңы йылға ҙур өмөттәр бағлай, уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн ниндәй эштәрҙе үтәргә кәрәклеген алдан билдәләй. Беҙҙең Күгәрсен ауылы халҡы ла ҙур хыялдар менән йәшәй. Ауыл халҡы быйыл ике ҙур ваҡиғаны көтә. Шуларҙың берәүһе, сәйәси яҡтан иң әһәмиәтлеһе, 18 мартта үтәсәк ил президенты һайлауҙары. Икенсеһе – районыбыҙға исем биргән ауыл булараҡ билдәле булған Күгәрсен ауылы юбилейы. Быйыл уға нигеҙ һалыныуға 255 йыл тула (18 быуат ҡомартҡыһы “Истуғани” ҡулъяҙмаһына таянып әйтәм).

Уҙған йылға рәхмәт әйтеп, илебеҙ яңы 2018 йылға аяҡ баҫты. Һәр кем: йәше-ҡарты яңы йылға ҙур өмөттәр бағлай, уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн ниндәй эштәрҙе үтәргә кәрәклеген алдан билдәләй. Беҙҙең Күгәрсен ауылы халҡы ла ҙур хыялдар менән йәшәй.


Ауыл халҡы быйыл ике ҙур ваҡиғаны көтә. Шуларҙың берәүһе, сәйәси яҡтан иң әһәмиәтлеһе, 18 мартта үтәсәк ил президенты һайлауҙары. Икенсеһе – районыбыҙға исем биргән ауыл булараҡ билдәле булған Күгәрсен ауылы юбилейы. Быйыл уға нигеҙ һалыныуға 255 йыл тула (18 быуат ҡомартҡыһы “Истуғани” ҡулъяҙмаһына таянып әйтәм).


Был мөһим ваҡиғаны билдәләргә һәр кем әҙерләнә, сит ерҙәрҙә йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа хатта үҙҙәренең йәйге ялдарын был байрам ваҡытына тура килтерергә тырыша.


Ауылға нигеҙ һалынғандан алып ауылдаштарыбыҙ ил күләмендәге төрлө кимәлдәге ваҡиғаларҙа ҡатнашып, тарихта үҙ эҙен ҡалдырған.

Ауылыбыҙҙан 1812 йылғы Ватан һуғышында-дүрт, 1853-1856 йылғы Ҡырым һуғышында-ике, рус-япон һуғышында-ике, ә Бөйөк Ватан һуғышында 240 яугир ҡатнашҡан. Һуңғыһында илебеҙ киләсәге һәм киләсәк быуын бәхете өсөн 105 кеше яу яландарында башын һалған.



Һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы еңеп, ауылдаштарым һәр өлкәлә тиерлек белгес булды. Күгәрсен өс летчик, шуларҙың бәрәүһе хәрби, бик күп атҡаҙанған белгестәргә талпынып осорға ҡанат биргән. Яҙыусыбыҙ Мәжит Рафиҡовтың әҫәрҙәре Һиндостанда ғына ун дүрт телдә баҫылды.


Мәктәбебеҙҙе уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йорттарында уҡыусы студенттарыбыҙ да йылдан-йыл арта бара, төрлө һөнәрҙәр үҙләштерә, ә хәрби хеҙмәткә алынған йәштәребеҙҙең уңыштары тураһында уларҙың командирҙарынан алынған рәхмәт хаттарынан белеп торабыҙ.

Ана шундай заман рухы менән йәшәгән, киләсәккә ҙур өмөттәр бағлаған ауылым үҙенең юбилейына әҙерләнә.


Ниғмәтулла ВАҺАПОВ,

район татарҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе.

Читайте нас: