Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Март 2018, 17:34

Бәхетле әсә, бәхетле ҡатын, бәхетле уҡытыусы

Гүзәл затты көсһөҙ, тиҙәр. Әммә нәҡ ана шул көсһөҙ гүзәл затта бар донъяның нуры, ғәме. Изгелекле бөйөк әсә лә, намыҫлы эшсән дә, ғаилә күгендәге яҡты ҡояш булып йән-йәрен йылытыусы, ҡурсалаусы тоғро ҡатын да ул. Нәҡ ошо һүрәтләүгә Мораҡ башҡорт гимназияһының абруйлы уҡытыусыһы Фәимә Мусина үҙенең күркәм булмышы, йәшәйеше менән тап килә.

Гүзәл затты көсһөҙ, тиҙәр. Әммә нәҡ ана шул көсһөҙ гүзәл затта бар донъяның нуры, ғәме. Изгелекле бөйөк әсә лә, намыҫлы эшсән дә, ғаилә күгендәге яҡты ҡояш булып йән-йәрен йылытыусы, ҡурсалаусы тоғро ҡатын да ул. Нәҡ ошо һүрәтләүгә Мораҡ башҡорт гимназияһының абруйлы уҡытыусыһы Фәимә Мусина үҙенең күркәм булмышы, йәшәйеше менән тап килә.


Районда, хатта республикабыҙҙа уның уҡыусылары инглиз телен уҡыта икән, тимәк, ул үҙенә лайыҡлы алмашсылар әҙерләгән. 2015 йылда республика кимәлендә үткәрелгән “Урал батыр”эпосын инглиз телендә яттан һөйләү конкурсында нәҡ уның уҡыусыһы – Гүзәлиә Ғафарова райондан иң беренсе булып ҡатнашып, 1–се урынды алды. Быйылғы уҡыу йылында ла Өфөлә үткән ошо уҡ бәйгелә ул уҡыусылары менән ҙур еңеүҙәр яулағаны хаҡында баҫмабыҙҙа яҙғайныҡ инде. Хөрмәтле педагогтың тырыш хеҙмәте етәкселек тарафынан да тейешенсә баһалана: 2005 йылда БР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була. Балалар, ата-әсәләр, коллегалары араһында Фәимә Заһит ҡыҙының абруйы ҙур. Кәрәк саҡта талапсан була белгән уҡытыусының изге йөрәгендә һөйөү-наҙға ла урын етәрлек, үҙе етәкләгән 7-се класс уҡыусыларына әсәйҙәрсә йылы хәстәр менән тик аҡ теләктәр генә теләп яна. Шул бөтәһе үҙе оло бәхет түгелме ни?!.


- Әсә булараҡ та, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та сикһеҙ бәхетлемен, - ти Фәимә Заһит ҡыҙы. – Балаларым, апайым, тормош иптәшем һау, улар тормошомда ныҡлы терәк. Земфира ҡыҙымдың ике ҡыҙын наҙлап һөйөү ҙә оло бәхет минең өсөн, Әнүәр улым “әсәй” тип өҙөлөп тора. Ҡатын-ҡыҙ донъяға шуның өсөн яралған бит инде, изгелекле әсә, яҡшы ҡатын булырға, көсһөҙ зат булып иркәләнге килһә лә ҡай сағында, ирҙәр менән бер рәттән донъя тотҡаһылай иңдәргә ҙур бурыстар алыу, хеҙмәт һәм тормош яланында сынығыу – беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең талабы. Татыу ғаиләм, яратҡан эшем һәм егәрле коллективым өсөн яҙмышыма ифрат рәхмәтлемен.


Эйе, изгелекле әсә һәм һөйөклө ҡатын, хөрмәтле уҡытыусы – һеҙ өсләтә бәхетле кеше, Фәимә Заһит ҡыҙы! Тик Хоҙай ошо оло бәхеттән һеҙҙе айырмаһын, йөрәгегеҙҙә үҙегеҙ яҡҡан дәртле яҙҙар мәңге һүнмәһен.


Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотоһы.

Читайте нас: