Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2018, 22:10

Башҡортостан – 2018 йылдың ғинуарында теркәлгән никахтар һаны буйынса Волга буйы федераль округында лидер

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылдың ғинуарында тыуған сабыйҙар, вафат булған кешеләр, теркәлгән никахтар һәм айырылышыуҙар һаны тураһында мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, йылдың тәүге айында Башҡортостанда 1 319 никах теркәлгән – 20187 йылдың ғинуарына ҡарағанда 43-кә аҙыраҡ.

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылдың ғинуарында тыуған сабыйҙар, вафат булған кешеләр, теркәлгән никахтар һәм айырылышыуҙар һаны тураһында мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, йылдың тәүге айында Башҡортостанда 1 319 никах теркәлгән – 20187 йылдың ғинуарына ҡарағанда 43-кә аҙыраҡ. 1 305 ғаилә тарҡалған, был уҙған йылға ҡарағанда 91-гә күберәк. Артабан айырылышыуҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында Түбәнге Новгород өлкәһе (1 102 айырылышыу осрағы) һәм Татарстан (1 089) килә.
Ағымдағы йылдың ғинуарында Башҡортостан теркәлгән никахтар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡты (1 319), икенсе урында – Татарстан (1 233), өсөнсөлә –Түбәнге Новгород өлкәһе (1 133).
Дөйөм алғанда, 2018 йылдың ғинуарында Волга буйы федераль округында 9 288 никах теркәлгән, был үткән йылдың ошо уҡ осоронан 295-кә кәмерәк. Ә 9 310 пар айырылышҡан – 2017 йылдың ғинуарына ҡарағанда 332-гә күберәк.
http://www.bashinform.ru/news/1124550-bashkiriya-lider-pfo-po-kolichestvu-zaregistrirovannykh-brakov...