Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2018, 22:45

Рәсәйҙә ғаиләләрҙең «балалар» аҡсаһына һалым бөтөрөлә

Рәсәй власы балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәрҙән табыш һалымын (НДФЛ) бөтөргән закон проектын раҫланы. Ошо хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә министрҙар кабинеты ҡарарына һылтанып.

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Рәсәй власы балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәрҙән табыш һалымын (НДФЛ) бөтөргән закон проектын раҫланы. Ошо хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә министрҙар кабинеты ҡарарына һылтанып.
2018 йылдың 1 ғинуарынан беренсе бала тыуыу йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу менән бәйле ғаиләләргә айлыҡ пособие түләнә башланы. 2018 йылда уртаса күләме – 10,5 мең һум, 2019 йылда – 10,8 мең һум, 2020 йылда 11,1 мең һум тәшкил итәсәк.
Закон проекты балалы ғаиләләргә ярҙам сараларын көсәйтеү өсөн бындай түләүҙәргә физик шәхестәрҙең табышына һалым билдәләнмәүҙе күҙ уңында тота.
http://www.bashinform.ru/news/1121143-v-rossii-otmenyayut-nalog-na-detskie-vyplaty-semyam/
Читайте нас: