Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2018, 22:16

Март айынан водителдәр үҙҙәре менән яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилет йөрөтөргә тейеш

Төндә юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған (йә иһә юлда туҡтаған) водителдәр машинанан мотлаҡ рәүештә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилетта сығырға тейеш. Ҡағиҙә күреү мөмкинлеге насар булғанда көндөҙгө ваҡытта ла үҙ көсөндә ҡала.

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.
18 марттан илдә Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең яңы талабы үҙ көсөнә инә. Төндә юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған (йә иһә юлда туҡтаған) водителдәр машинанан мотлаҡ рәүештә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы жилетта сығырға тейеш. Ҡағиҙә күреү мөмкинлеге насар булғанда көндөҙгө ваҡытта ла үҙ көсөндә ҡала.
Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юл-транспорт ваҡиғаһынан һуң машинанан сыҡҡан водителдәрҙе йыш ҡыш башҡа автомобилдәр бәрҙереп китеү буйынса һағышлы статистика бындай ҡарар ҡабул итеүгә сәбәпсе булып торҙо, тип хәтергә төшөрә «Известия». Жилет йәки башҡа еңһеҙ өҫ кейеме дәүләт стандарттары талаптарына тап килергә тейеш.
Ҡағиҙәне боҙоусыға административ иҫкәртеү йәки 500 һум күләмендә штраф янай.
http://www.bashinform.ru/news/1122925-s-marta-voditeli-obyazany-imet-pri-sebe-svetootrazhayushchie-z...