Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2018, 14:54

Әрме хеҙмәте - тормош мәктәбе

Ялсы ауыл биләмәһехакимиәте башлығы Ирек Раял улы Юдаев та кисәге һалдат. Ауыл хужалығыинститутында икенсе курсты тамалаған егетте 1986 йылда армия сафына алалар.Элекке Куйбышев өлкәһендә учебка үткәс, алты ай Кряж ҡалаһында, аҙаҡГерманияның Перлеберг ҡалаһында мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә.

Ялсы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ирек Раял улы Юдаев та кисәге һалдат. Ауыл хужалығы институтында икенсе курсты тамалаған егетте 1986 йылда армия сафына алалар. Элекке Куйбышев өлкәһендә учебка үткәс, алты ай Кряж ҡалаһында, аҙаҡ Германияның Перлеберг ҡалаһында мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ирек Раял улының бөгөн ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүе лә юҡтан түгел, әрме биографияһына иғтибар итегеҙ, ул ябай һалдаттан өлкән сержант, взвод командиры урынбаҫары кимәленә күтәрелгән. Тимәк, ошо йылдарҙа уҡ ул үҙенең етәкселек итеү һәләтен аса алған.
1988 йылда геройыбыҙ әрме хеҙмәтен тултырып, ил алдында гражданлыҡ бурыстары үтәп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. 1991 йылда уҡыуын дауам итеп, шул уҡ уҡыу йортоноң хәрби кафедраһында белемен камиллаштырып, лейтенант званиеһын ала. Әлеге көндә Ирек Раял улы – запастағы офицер.
Фото ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: