Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2018, 14:27

“Һалдат шинеле кеймәгән, иңгә һалып йөрөмәгән егет егет буламы”

Ватанды һаҡлау, уның именлеген тәьмин итеү –элек-электән ир-егеттәрҙең мөҡәддәс бурысы булып һанала. Әрме хеҙмәтенең әһәмиәте Совет власы осоронда айырыуса көслө була. Егеттәр нисек кенә булһа ла, һалдатҡа алынырға, ил алдында гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәргә тырышҡан. Хәҙер, заманалар ҙа, илдәге сәйәси ҡоролош та һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерҙе, ҡасандыр әрмелә хеҙмәт итеү изге эш булып һаналһа, хәҙер унан ҡасып ҡалырға теләгәндәр ҙә бар.

Ватанды һаҡлау, уның именлеген тәьмин итеү –элек-электән ир-егеттәрҙең мөҡәддәс бурысы булып һанала.

Әрме хеҙмәтенең әһәмиәте Совет власы осоронда айырыуса көслө була. Егеттәр нисек кенә булһа ла, һалдатҡа алынырға, ил алдында гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәргә тырышҡан. Хәҙер, заманалар ҙа, илдәге сәйәси ҡоролош та һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерҙе, ҡасандыр әрмелә хеҙмәт итеү изге эш булып һаналһа, хәҙер унан ҡасып ҡалырға теләгәндәр ҙә бар.

Айырыуса һуңғы йылдарҙа йышайған әрме фажиғәләре йәштәрҙе, бигерәк тә ата-әсәләрҙе хафаға һала, нисек итеп булһа ла, балаларын хеҙмәттән ҡурсып ҡалыу яғын ҡарайҙар. Шулай ҙа армия тормош мәктәбе булараҡ ролен әле булһа юғалтмай. Һалдат мәктәбен үткән егеттәр ысын мәғәнәһендә сыныҡҡан, тормошто ысын ирҙәрсә ҡабул иткән көслө рухлы шәхестәр булып сыға. Хөкүмәт тә был тәңгәлдә төрлө алымдар менән ҡыҙыҡтыра йәштәрҙе. Юғары белем алып, урынлы эштәрҙә эшләргә хыялланған егеттәргә лә хәҙер һалдат һурпаһын тәмләп ҡарамай булмай. Сөнки улар белемдәре булған осраҡта ла 10 йыл буйына юғары вазифа биләй алмаясаҡ.

Айрат Рауил улы Болғаировты районда белмәгән кеше юҡтыр. Ул да ваҡытында Совет армияһы сафында гражданлыҡ бурысын үтәгән. 1986-1988 йылдарҙа Ҡаҙағстандың Семипалатинск өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә Айрат Рауил улы.

- Әрме хеҙмәтенең әһәмиәте нимәлә?- тип ҡыҙыҡһынам әңгәмәсемдән. Белеп торам: ир-егеттәр армия тураһында тәмләп-тәмләп сәғәтләп һөйләй ала, ул да ҙур ҡәнәғәтлек, эске бер ғорурлыҡ менән һалдат итеге кейгән йылдарҙың ысын тормош мәктәбе булыуын билдәләй. Әйткәндәй, уның кирза итек кейеп йөрөүенә өс тиҫтәнән ашыу ваҡыт үткән, ә әрме хеҙмәтенең ир-егет тормошондағы роле, баҡһаң, йылдар үтеү менән әллә ни үҙгәрмәгән дә.

- Әрме –ир-егеттәр өсөн бик тә кәрәк нәмә. Хәрби дисциплина физик яҡтан ғына сыныҡтырып ҡалмай, бөтә яҡлап тәрбиә бирә, рухи яҡтан да көслө бер тормош мәктәбе булып тора. Нәҡ шул йылдарҙа егеттәр ысын ир ҡорона инә, холоҡ-фиғеле нығына, шәхес булараҡ формалаша. Хатта тормошҡа ҡарашы ла ҡырҡа үҙгәреп, ерҙә ныҡлы, ышаныслы баҫып тора. Шуға армияға алынасаҡ егеттәргә физик яҡтан да, рухи яҡтан да ныҡлы әҙерләнергә, спорт менән шөғөлләнергә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға, төрлө өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшергә, үҙеңде йәмәғәтселеккә тик ыңғай яҡтан ғына танытырға кәңәш итер инем, - ти кисәге һалдат.


Читайте нас: