Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Февраль 2018, 12:10

Рөстәм Хәмитов төбәк әсәлек капиталы индерергә тәҡдим итте

Республикала күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы – төбәк әсәлек капиталы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе.

Республикала күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы – төбәк әсәлек капиталы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коллегияһында белдерҙе.
Төбәк әсәлек капиталын формалаштырыу өсөн предприятиелар аҡсаһы файҙаланыласаҡ тип күҙаллана.
— Республикала ойошмалар, предприятиелар, шәхси кешеләр ҡатнашлығында төбәк һәм муниципаль әсәлек (ғаилә) капиталын индереү мөмкинлеген дә ҡарарға кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бай, уңышлы предприятиелар ни өсөн ғаилә сәйәсәте, булышлыҡ итеү мәсьәләләрен хәл итеүҙә күп ваҡыт ярҙам күрһәтмәй? Предприятиела эшләгән кешеләргә ҡарата ҡайҙан шундай рәхимһеҙлек һәм битарафлыҡ. «Һалым, эш хаҡы түләйбеҙ – башты ҡатырмағыҙ». Был алым дөрөҫ түгел. Был бөтөнләй яңылыш фекерләү. Предприятиелар коллективына ысынлап та ярҙам итеү менән ҡыҙыҡһынырға тейеш.
Республика Башлығы Санкт-Петербургта, Тамбов, Тула өлкәләрендә ошондай схема буйынса сәнәғәт предприятиелары менән эшләгәндәрен хәбәр итте һәм уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә йөкләмә бирҙе.
— Беҙ матди яҡтан ярҙам итербеҙ, ярҙам кимәлен үҫтереү йәһәтенән эште дауам итербеҙ. Быйылдан ил Президенты указына ярашлы балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам күрһәтелә. Был маҡсатҡа республикабыҙ өсөн федераль ҡаҙнанан байтаҡ ресурстар бүленә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Әсәлек капиталы программаһы оҙайтылды. Беҙгә йәш ярымдан өс йәшкәсә бала ҡарау буйынса пособие мәсьәләһен тикшерергә, финанс мөмкинлектәребеҙҙе өйрәнергә кәрәк.
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: