Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Февраль 2018, 13:49

Яҡты киләсәккә ынтылып

Булған мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай, үҙен һәр йәһәттән үҫтереп, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшкән йәштәр күп беҙҙең арала. Һеҙ фотола күргән сибәркәй - Башҡорт дәүләт педагогия университетының 4-се курсында белем алыусы, яҡын киләсәктә химия һәм биология уҡытыусыһы буласаҡ Етебулаҡ ауылы һылыуы Олеся Семикашева. Әүҙем, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, уға өлгәшкән Олеся менән әңгәмәбеҙ һәләтле яҡташыбыҙҙың уңыштары, ҡаҙаныштары һәм киләсәккә уй-хыялдары хаҡында.

Булған мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай, үҙен һәр йәһәттән үҫтереп, алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшкән йәштәр күп беҙҙең арала. Һеҙ фотола күргән сибәркәй - Башҡорт дәүләт педагогия университетының 4-се курсында белем алыусы, яҡын киләсәктә химия һәм биология уҡытыусыһы буласаҡ Етебулаҡ ауылы һылыуы Олеся Семикашева. Башҡа тиҫтерҙәренән үҙенең әүҙемлеге, тырышлығы, ныҡышмалылығы менән айырылып торған ҡыҙ, һөнәр серҙәренә төшөнөүҙән тыш, ирекмәндәр хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы булып тора, төрлө конкурстарҙа, форум һәм мәрхәмәтлек акцияларында ҡатнаша. Былтыр ул “Йыл студенты – 2017” конкурсында “Йыл ирекмәне” номинацияһында беренсе урын яулаған.

Әүҙем, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, уға өлгәшкән Олеся менән әңгәмәбеҙ һәләтле яҡташыбыҙҙың уңыштары, ҡаҙаныштары һәм киләсәккә уй-хыялдары хаҡында.


- Олеся, һин бәләкәйҙән шундай тырыш, алға ынтылыусан бала булдыңмы? Мәктәптәге уңыштарың тураһында ла һөйләп кит әле.

- Эйе, беренсе кластан гел “бишле”гә генә уҡыным. Бәләкәйҙән бөтә нәмәне тиҙерәк белгем килә ине, шуға һәр нәмәлә алдынғы булырға ынтылышым ҙур булды. Мәктәп йылдарында төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаштым, фәнни-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләндем. “Йыл уҡыусыһы” конкурсында ҡатнашып, беренсе урын яуланым, ошо мәлде иң шатлыҡлыһы тип иҫкә алам. Был еңеүем үҙ көсөмә ышанысымды арттырҙы, артабан да бейеклектәргә артылырға дәрт өҫтәне.


- Еңеүҙәргә, яҡшы уҡыуға ынтылыш тәрбиәнән дә киләлер. Кемдәрҙе үҙеңә үрнәк итеп ҡуяһың?

- Әсәйем мине бәләкәйҙән үҙ алдыңа ҡуйған маҡсатҡа ынтылыусан булырға өйрәтте. Тирә-яҡтағыларға ҡарата иғтибарлы, илтифатлы булырға ла унан өйрәндем. Ҡәҙерле кешем бәләкәйҙән йүнәлеш биреп торғанға ла, тик яҡшы билдәләргә өлгәштем, төрлө кимәлдә еңеүҙәр яулай алдым, тип уйлайым. Һәр еңеүемдә, һис шикһеҙ, әсәйемдең өлөшө ҙур. Шулай уҡ мәктәптә уҡып йөрөгәндә фәнни-тикшеренеү эше менән Ырымбур ҡалаһына барырға кәрәк ине, унда ла әсәйем мине үҙе үк дәртләндереп алып барҙы.

Уҡытҡан уҡытыусыларыма, мине шәхес булараҡ тәрбиәләүгә тос өлөш индереүселәргә лә рәхмәтем ҙур.


- Ни өсөн тап уҡытыусы һөнәренә өҫтөнлөк бирҙең?

- Олатайым, әсәйем – уҡытыусылар. Шуға күрә ошо һөнәр миңә бәләкәйҙән яҡын булды. Ҡурсаҡтарымды теҙеп, уҡытыусы булып уйнағаным әле лә хәтерҙә. Педагог булыуҙың ни тиклем яуаплы, ауыр хеҙмәт икәнен аңлайым, ошо һөнәрҙе хөрмәт итәм һәм үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына килтерә алмайым.


- Беҙ һинең әүҙем тормош алып барыуың тураһында беләбеҙ. Уҡыуҙан тыш башҡа шөғөлдәргә нисек ваҡыт табаһың?

- Теләк булһа, ваҡыт һәр саҡ табыла ул. 1-се курстан ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылып киттем, был эш миңә бик оҡшаны. Хәҙер ирекмәндәр эшмәкәрлеге минең тормошомдоң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнде. Ошо эшһеҙ мин үҙемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Башҡаларға ярҙам итеп, беҙ донъяны саҡ ҡына булһа ла мәрхәмәтлерәк итергә тырышабыҙ.


Ял көндәрендә аниматор булып эшләйем, балалар өсөн тыуған көндәр үткәрәм, үҙемде күңел асыу өлкәһен ойоштороу эшендә лә һынап ҡарайым.

Шулай уҡ 1-се курста уҡып йөрөгәндә вожатыйҙар курстарында уҡып алдым һәм һәр йәй, каникул ваҡытында лагерҙа вожатый булып эшләйем. Берҙән, балалар менән эшләү миңә бик оҡшай, икенсенән, педагогик тәжрибә туплана. Быйыл миңә Ҡара диңгеҙ буйындағы илебеҙҙең билдәле балаларҙы һауыҡтырыу лагерҙарының береһендә эшләү бәхете тейҙе. Балалар менән бергә Ҡырымда ял итеп, яңы көс-дәрт алып ҡайттыҡ.


- Йыл студенты - 2017" конкурсында еңеү тормошоңа ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?

- Конкурс талантлы йәштәрҙе билдәләү, студенттарҙың ижадын киңерәк йәйелдереү йәһәтенән үткәрелә. Конкурстан һуң кемдер үҙ-үҙенә нығыраҡ ышана башлай, алсаҡ, асыҡ күңелле булып китә, яңы дуҫтар таба. “Йыл студенты”нда ҡатнашыу минең күңелемде лә яңы тойғолар менән байытты. Конкурс минең өсөн үҙемде яңынан асырға мөмкинлек бирҙе, көсөмдө баһаланым, артабан ҡайһы йүнәлештә, ҡайһы яҡҡа үҫешергә кәрәклеген аңланым.


- Гәзитебеҙҙе уҡыусы йәштәргә ниндәй кәңәштәрең бар.

- Киләсәккә ҙур хыялдар ҡороғоҙ, үҙегеҙ яратҡан, күңелегеҙгә ятҡан эш менән шөғөлләнегеҙ, шул ваҡытта барыһы килеп сығыр. Бер нәмәнән дә ҡурҡмағыҙ, тик алға ғына барығыҙ!


Розалия ИСҠУЖИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: