Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2018, 23:28

Дайверҙар Йомағужа һыуһаҡлағысындағы Һаҡаҫҡы мәмерйәһенең 3D-картаһын төҙөй башланы

Башҡортостанда Һаҡаҫҡы мәмерйәһен тикшереү буйынса икенсе экспедиция тамамланды. Бер нисә көн дауам иткән эштәрҙе Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дайвер-спелеологтар төркөмө башҡарҙы.Алдан хәбәр ителгәнсә, Һаҡаҫҡы Рәсәйҙә иң оҙон һыу аҫты мәмерйәһе исеменә дәғүә итә, уның һыу аҫты юлдарының оҙонлоғо егерме саҡрымға етеүе мөмкин. Мәмерйәнән Сумған яҫы таулығы буйлап аҡҡан ер аҫты йылғаһы башлана.

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда Һаҡаҫҡы мәмерйәһен тикшереү буйынса икенсе экспедиция тамамланды.

Бер нисә көн дауам иткән эштәрҙе Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дайвер-спелеологтар төркөмө башҡарҙы.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Һаҡаҫҡы Рәсәйҙә иң оҙон һыу аҫты мәмерйәһе исеменә дәғүә итә, уның һыу аҫты юлдарының оҙонлоғо егерме саҡрымға етеүе мөмкин. Мәмерйәнән Сумған яҫы таулығы буйлап аҡҡан ер аҫты йылғаһы башлана.

Экспедицияны ойоштороусылар булып Башҡортостандың Экология министрлығы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, «Башҡорт ауылы» турбазаһы, «Юрматы» хәйриә фонды сығыш яһаны.

Экспедиция барышында маршрут һалыу дауам иткән — уның буйынса дайвер һәр саҡ мәмерйәнән сығыу юлын таба ала. Өйрәнелгән урындың дөйөм оҙонлоғо 1 саҡрымға етеп килә. Тикшереүселәр яңы һыу аҫты юлдары булған ҙур залға сыҡҡан.

«Рәсәй компанияларының заманса ысулдары ярҙамында мәмерйәнең 3D-картаһын төҙөү башланды. Ғалимдарҙың үтенесе буйынса һуҡыр ҡыҫалаларҙы тоттоҡ, — тине экспедиция етәксеһе, Урал, Башҡортостан һәм Флоридала һыу аҫты мәмерйәләрен тикшереүсе, мәмерйә һәм дайвинг буйынса инструктор-тренер, Рус география йәмғиәтенең Урал бүлексәһе ағзаһы Евгений Рунков.

Мәмерйәгә ингән ерҙә тейешле күнекмәһеҙ һәм ҡорамалһыҙ артабан йөҙөү хәүефле тип яҙылған иҫкәртеүсе табличка ҡуйылған, бындайҙарҙы донъялағы күпселек һыу аҫты мәмерйәләрендә күрергә мөмкин.

«Беҙ мәмерйәне өйрәнеүҙе дауам итергә уйлайбыҙ һәм күп кешеләр ҡатнашлығында яңы экспедиция планлаштыра башланыҡ, уның маҡсаты — яңы юлдарҙы өйрәнеүҙе дауам итеү һәм Башҡортостанда кейв-дайвингты популярлаштырыу. Эштәрҙе башҡарыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән өсөн Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығына, атап әйткәндә, Өфө авария-ҡотҡарыу отрядына рәхмәт белдерәбеҙ», — тине Евгений Рунков.

«Шарттар мәмерйә тураһында фильм төшөрөргә мөмкинлек бирмәһә лә, беҙ ҙур булмаған видеролик эшләнек, ул мәмерйә өҫтөндәге тәбиғәттең матурлығын күрһәтеүҙән тыш, һыу аҫты спелеологтарының мәмерйәне нисек тикшереүҙәре хаҡында ла мәғлүмәт бирә», — тип билдәләне экспедицияны ойоштороусы Салауат Нафиҡов.
Читайте нас: