Башгидромет синоптиктары алдағы көндәрҙә республика халҡын ниндәй һауа торошо көтөүе хаҡында һөйләне.
Фараздарға ярашлы, ял көндәренең ҡояшлы, яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Төндә, ғәҙәттәгесә, һалҡынса: -11,-16, Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында -20,-25 градус, көндөҙ иһә -3,-8.
Ләкин республикалағы һауа торошон билдәләгән антициклон Уралға сигенә, шуға күрә киләһе аҙнала уҡ барыһы ла үҙгәрә: атмосфера баҫымы түбәнәйә, ҡояш болоттар араһына йәшеренә. Республиканың күпселек райондарында ҡар яуыуы көтөлә. Төндә саҡ ҡына йылыта, ләкин көндөҙ һалҡыныраҡ — -5, -10 градус.
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.