Беҙҙең хәрбиҙәр афған илендә 1979 йылдың 25 декабренән 1988 йылдың 15 февраленә тиклем, йәмғеһе 9 йыл да 1 ай һәм 19 кѳн була. 1988 йылдың майында Советтар Союзы ғәскәрҙәре илдән сығарыла башлай һәм 1989 йылдың 15 февралендә СССР-ҙың 40- сы армияһының һуңғы подразделениеһы тыуған илгә ҡайта.
Ярты миллиондан ашыу совет һалдаты һәм офицерының яҙмышын аҫтын-өҫкә килтергән афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан 10 меңгә яҡын егет ҡатнаша, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яуҙа 343 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлә.
Запастағы майор, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың район ойошмаһы рәйесе Фәиз Хәлитов етәкселегендәге сара 2238 көн дауамында барған аяуһыҙ һуғышта ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлгә сәскәләр һалыу һәм һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алыу менән тамамланды.