Беҙ Үрге Һаҙ ауылынан Алсынбаевтар ғаиләһе булабыҙ.
Иңгә-иң терәшеп йәшәүебеҙгә - 15 йыл. Береһенән-береһе аҡыллы һәм уңған дүрт улыбыҙ Сыңғыҙ, Морат, Салауат, Ғәҙел һәм бер ҡыҙыбыҙ Дилбәр бар. Ирем Хәким Ғәлиән улы ла һәм үҙем Физәлиә Рәфҡәт ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусыларыбыҙ. Беҙҙең ғаилә ҙур булғас береһе лә ҡул ҡаушарып ултырмай. Һәр кем үҙ эшен эшләй. Ишек алдын тултырып мал- тыуар аҫрайбыҙ, йәйен ҡош-ҡорт алабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, емеш- еләк йыябыҙ. Ҡорт үрсетәбеҙ. Ялдарыбыҙҙы ла күңелле һәм файҙалы үткәрергә тырышабыҙ. Район һәм республика баҫмаларын даими алдырып уҡыйбыҙ. Был фото 2017 йылда Өфө ҡалаһында үткән "Милли кейемдәр парадына"н. Баларыбыҙ менән баш ҡалабыҙ Өфө урамынан, рухташтар менән бергә, милли кейемдәрҙә атлап үтеү беҙҙең күңелдәрҙә сикһеҙ ғорурлыҡ уятты.