ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
2017 йылда республиканан 53,6 мең кеше ситкә күсенеп киткән, 51 мең кеше элекке йәшәгән урынын Башҡортостанға алмаштырған. Тағы ла 63 меңгә яҡыны республика эсендә күсенгән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.
Былтыр төбәктә халыҡтың миграция иҫәбенә кәмеүе 2 607 кеше тәшкил иткән. 2016 йылдың ғинуар-декабрь айҙарында 7 390 кешегә кәмегән.
Статистар билдәләүенсә, 2017 йылда Башҡортостандың ете муниципаль районында һәм өс ҡала биләмәһендә — Өфөлә, Нефтекамала һәм Сибайҙа миграция үҫеше күҙәтелгән.