Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2018, 11:18

Өфөлә Ирекмән йылы байрам концерты менән асыла

Шәмбе, 3 февралдә, Өфөләге Спорт һарайы алдында президент Владимир Путиндың указы менән раҫланған Рәсәйҙә Ирекмән йылын асыу тантанаһы була.

Шәмбе, 3 февралдә, Өфөләге Спорт һарайы алдында президент Владимир Путиндың указы менән раҫланған Рәсәйҙә Ирекмән йылын асыу тантанаһы була.
Сараны ойоштороусы булып Тимур Ғәҙелшин етәкселегендә ирекмәндәрҙең инициатива төркөмө сығыш яһаны. Байрам программаһында — «Карауанһарай», «Арғымаҡ», «Light Again» төркөмдәренең, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаған Zainetdin, Екатерина Ямщикова, Фирүзә Париждың сығыштары. Тамашасыларҙы ҡиммәтле приздар һәм бүләктәр уйнатыу көтә.
Дәүләт башлығы «Рәсәй ирекмәне-2017» премияһын тапшырыу тантанаһында 2018 йыл Ирекмән йылы буласағын иғлан иткәйне.
«Йәмғиәттә бер-береңә ышаныу, хөрмәт итеү, ярҙам ҡулы һуҙыуҙың тап меңдәрсә, миллиондарса эскерһеҙ ҡылыҡтарҙан барлыҡҡа килеүенә ышанам, тимәк, беҙ һеҙҙең менән теләһә ниндәй ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алабыҙ. Шуға бәйле 2018 йылды ирекмән йылы тип иғлан итергә тигән тәҡдим индерәм», — тип билдәләне Владимир Путин.
Байрам сараһы Р. Зорге урамы, 41 адресы буйынса уҙа.
Көндөҙгө 12-лә башлана.