Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ғинуар 2018, 11:39

Электр сымдары өҙөлгән һәм ҡыйыҡтар зыян күргән: Башҡортостандағы ауылда көслө дауыл ҡупҡан

Кисә төндә Башҡортостандың Белорет районы Ғәбдүк ауылында дауыл туғыҙ шәхси хужалыҡҡа зыян килтергән, электр сымдарын өҙгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Кисә төндә Башҡортостандың Белорет районы Ғәбдүк ауылында дауыл туғыҙ шәхси хужалыҡҡа зыян килтергән, электр сымдарын өҙгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.


Ведомство мәғлүмәте буйынса, өс йортта ҡыйыҡ, фронтон һәм верандалар ярайһы уҡ зыян күргән.


Шулай уҡ төҙөлөп ятҡан өйҙәрҙең береһе ныҡ емерелгән, ҡалған икеһенең ҡыйығын осороп алып киткән. Йорт ҡаралтылары: һарайҙар, утынлыҡтар һәм мунса өлөшләтә емерелгән. Бәхеткә, ҡорбандар юҡ.


24 ғинуарҙа көндөҙ үк ауылда электр тәьминәте тергеҙелгән. Ауыл халҡын күсереүгә мохтажлыҡ юҡ, тип билдәләнә. Әле килгән зыянды баһалау буйынса эш алып барыла.
Читайте нас: