Башҡортостанда тағы ла бер эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартылыуы мөмкин. Был турала «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһыхәбәр итә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға һылтанып. Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, әлегә был эш биреүселәр менән килешелмәгән, әммә 15 майҙа бөтә донъя Ғаилә көнөн билдәләгәндә эш көнөн ҡыҫҡартыу хаҡында тәҡдим бар.
«Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған акция хатта «Өйөгөҙгә ҡайтығыҙ һәм ғаиләгеҙҙе яратығыҙ…» тигән эшсе исем алған. Ленара Иванова аңлатыуынса, был – Тереза Әсәнең цитатаһы тәржемәһе. Ойошмаларҙың башланғысы буйынса эш ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡартыу күҙаллана», — тип әйтелә телеканал хәбәрендә.
Төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды Башҡортостанда «Ғаилә йылы» тип иғлан итте.