Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2018, 11:10

Йөрәктәре - изге, эштәре - файҙалы

Мораҡтағы “Батыр” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында ирекмәндәр менән эш яҡшы ойошторолған. Моғайын, һеҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ, уларҙы төрлө сараларҙа күргәнегеҙ барҙыр. Бөгөн бында ике тиҫтәнән ашыу 5-11 класс уҡыусылары шөғөлләнә, районда уҙғарылған мәрхәмәтлек һәм башҡа акцияларҙа ҡатнаша.

Был көндө йәмғиәт файҙаһына бушлай ярҙам итергә һәм күңел йылыһын өләшергә әҙер булған ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ. Байрамдың тулы исеме – иҡтисади һәм социаль үҫеш өсөн булған Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө. Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы уны 1985 йылда байрамдар рәтенә индерә.

Мораҡтағы “Батыр” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында ирекмәндәр менән эш яҡшы ойошторолған. Моғайын, һеҙ, гәзит уҡыусыларыбыҙ, уларҙы төрлө сараларҙа күргәнегеҙ барҙыр. Бөгөн бында ике тиҫтәнән ашыу

5-11 класс уҡыусылары шөғөлләнә, районда уҙғарылған мәрхәмәтлек һәм башҡа акцияларҙа ҡатнаша. Улар араһынан иң әүҙемдәр рәтенә Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Рөстәм Кинйәбулатов, Алина Рафиҡова, Анастасия Савельева, Светлана Федюнина, Диана Сафина, Юнир Үләев, Мораҡ башҡорт гимназияһынан Гөлназ Айытҡолова, Селим Казбаков, Илмира Аҡназарова, Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡтағы филиалынан Руслан Саттаровты индерергә була.

Быйыл ирекмәндәр студенттар менән осрашыуҙа, Ғашиҡтар көнөн, йәштәр араһында КВН-ды, шулай уҡ мәктәптәрҙә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән дәрестәрҙә, һөйләшеүҙәрҙә, Еңеү көнө алдынан һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ҡотлау открыткаларын әҙерләүҙә, “Сәләмәт булыу - модала!”девизы аҫтында тематик дискотекалар үткәреүҙә, “Йәштәр сәйәсәте лигаһы” ойошмаһы ярҙамында “Барыһы ла һинең ҡулыңда” йәштәр форумын ойоштороуҙа, бынан тыш, йыл да үткәрелә килгән “Георгий таҫмаһы”, “Билдәһеҙ һалдат көнө”, “Үлемһеҙ полк”, “Йәшел яҙ”, “Таҙа яр”, “Айыҡлыҡ көнө”, “Хәтер шәме”, Халыҡ-ара СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған “Йәштәр сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн”, Йомағужа балалар йортонда үткән “Изгелек көнө” һәм башҡа сараларҙа ҡатнашты.

Бөгөн ирекмәндәрһеҙ илдә бер ҙур сара ла үтмәй. Төрлө өлкәләрҙә уларҙың хәрәкәтен үҫтереү мөһим, сөнки ул социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итеүҙә ҙур көс булып тора. Балаларҙа шәфҡәтлелек, ололарға һәм кеселәргә ҡарата ихтирамлы булыу сифаттары нығына, йәштәр ҙә ваҡытын файҙалы үткәрә. Хәрәкәтте үҫтереү өсөн үҫмерҙәрҙе тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһындырырға, улар өсөн шарттар тыуҙырырға, төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләгән белгестәрҙе йәлеп итергә кәрәк.

Әйткәндәй, ирекмәндәргә юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ирекмәндәр хәрәкәтендәге эшмәкәрлек өсөн төп имтихандарҙан тыш бер нисә балл өҫтәлергә мөмкин. Һәр уҡыу йорто быны үҙе хәл итә.


Никита БЛИЗНЕЦОВ, Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы:

-Ирекмән – ул тәү сиратта эшһөйәр, кешеләргә ярҙам итеүсе кеше, алдына маҡсат ҡуйып эшләүсе, ҡалғандарҙы үҙ артынан эйәртә алыусы лидер, әүҙем гражданлыҡ позицияһында булған дуҫ һәм иптәш. Үҙем яңыраҡ ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылдым, минең өсөн был бик ҡыҙыҡлы тәжрибә.

Артем КОЛЕСНИКОВ, Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы:

-Ирекмәндәр донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеүселәр, тип иҫәпләйем. Мин уны тағы ла яҡшыраҡ итергә, кешеләргә ярҙам, уларҙың проблемаларын хәл итергә теләйем.


Азамат ҒӘҘЕЛШИН.

Һүрәттә: ирекмәндәр сираттағы акцияла.
Читайте нас: