Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Ғинуар 2018, 11:28

Ғариф ҡарағайы

Ауылдан өс саҡрымдай алыҫлыҡтағы Ҡөлөмбәт туғайында бик тә боронғо солоғо булған үтә лә йыуан ҡарағайҙы элек Ғариф ҡарағайы тип йөрөтһәләр, шул замандағы ҡарттар вафат булып бөткәс, был ағастың исеме бөтөнләй онотолдо. Элек ауылда төрлө осорҙа дүрт - биш Ғариф йәшәгән, был ҡарағай солоғон ҡайһыныһы, ҡасан уйған, ул кем нәҫеленән булған - билдәһеҙ.

Ауылдан өс саҡрымдай алыҫлыҡтағы Ҡөлөмбәт туғайында бик тә боронғо солоғо булған үтә лә йыуан ҡарағайҙы элек Ғариф ҡарағайы тип йөрөтһәләр, шул замандағы ҡарттар вафат булып бөткәс, был ағастың исеме бөтөнләй онотолдо. Элек ауылда төрлө осорҙа дүрт - биш Ғариф йәшәгән, был ҡарағай солоғон ҡайһыныһы, ҡасан уйған, ул кем нәҫеленән булған - билдәһеҙ.

Һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙа солоҡ ташландыҡ хәлдә булып, тыраж (эре һағыҙаҡ) ояһына әйләнеп, солоҡ ҡапҡағы ла, кейәһе лә юҡҡа сыҡты.

Бынан 25 йылдар элек мәрхүм Мәхәмәт ағай солоҡто таҙартып, ҡорттар балауыҙ һуҙһын өсөн яңы сатраштар ҡуйҙы, кейәһен яңыртты, ҡапҡаҡтар ҡуйып, уны бер нисә ҡат туҙ менән көпләне. Шул йылды ҡорт айырған саҡта солоҡҡа күс тә ҡунды. Тик яҡшы кешеләр менән бер рәттән яуыздар ҙа була бит, шундайҙарҙың береһе шыр ботаҡлы еректән ваҡытлыса баҫҡыс яһап солоҡҡа менә һәм ҡапҡаҡтарын ҡутарып, дөрләп янған соляркалы факелды эскә тыға.

Шул осорҙа сиратым етеп, көтөү көткәндә малды ошо ҡарағай янына алып барҙым, унда туҙҙырылған солоҡто, ҡанаттары янып, ер ябып ятҡан үле ҡорттарҙы, теге ҡәбәхәттең баҫҡысын һәм факелын күрҙем.

Бик борондан ҡалған ҡомартҡы ағастарҙы әле лә осратырға була. Ҙур Ҡайынтауҙың төньяҡ битләүендә, ағас араһында диаметры бер метрҙай булған бер ялбыр имән бар. Уға биш йөҙ, хатта мең йыл тип әйтһәк тә хата булмаҫ.

Һаҡлау урманына барғанда беренсе юл менән киткәндә, бик боронғо йыуан йүкә үҫә. Элегерәк ул йүкәгә умарта күтәреп, йылдың-йылы ҡорт ҡундырып алырҙар ине. 1976 йылда уның умарта ултырта торған күнәк йыуанлыҡ ботағы ҡайырылып төшкәс, аҙаҡ уға умарта күтәрмәйҙәр.

Ауылдан саҡрым ярымдай алыҫлыҡта - Ялтыр күлгә етәрәк Шафиҡ ҡарағайы бар. Ул унда йылдың-йылы умарта күтәргән була. Һуңғыһында ҡолап төшөп, шунда вафат була (тулы исеме – Ҡунысбаев Мөхәмәтшафиҡ).

Тәкәл тауының ҡайынлығында бер ағас ергә лыпын ятып өс метрҙай үҫкәндән һуң, ҡапыл өҫкә күтәрелеп, ҡәҙимге ҡайындар бейеклеге булып, әле лә һыр бирмәй ултыра. Ул ҡайын тураһында мәрхүм Утарбай ҡарттың (1870-1960): “Беҙ малай саҡта ул ҡайындың һыуын эсә торғайныҡ”, - тигән һүҙҙәре ле лә иҫтә.

Ваҡытында коммундар ҙа тик ятмағандар (1922-1924). Улар туғын, дуға, табан бөккәндәр, ялан яҡтарына алып барып һатыу өсөн күмер үртәгәндәр, септә һуҡҡандар, шул уҡ ваҡытта ағас та ултыртҡандар. Улар Ҡайынтау йылғаһын һул яҡлап, оҙонлоғо 300 метрҙай, киңлеге ике метр ярымдай итеп ҡайын ағастары ултыртҡандар. Аллея һымаҡ туп-тура үҫкән ағастарҙы 1970 йылға тиклем утынға тип урлап ҡырҡып бөттөләр. Һаҡлау (Ҡайынтау), Бәләкәй Ҡайынтау урмандарын да шул комундар ултыртһа, аҙаҡ улар колхоз урмандары тип иҫәпләнә.

Һуғыш йылдарында күпер төбө Мөхәмәтйән ҡарт һәм Ҡунысбаев Зәкәрийә (1912-1954), аҙаҡ Вәхитов Хәйепйән (1906-1986) был колхоз урмандарының лесниктары була. 1955 йылдан һуң был урмандар Энәк лесничествоһы ҡарамағына тапшырыла.

Рәхимйән ВАХИТОВ.

Юлдыбай ауылы.

Читайте нас: