Мораҙым
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2018, 22:52

Сүп-сарҙы сортҡа бүлеүҙе һәм эшкәртеүҙе талап итәсәкбеҙ – Рөстәм Хәмитов

Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа бүлеү һәм артабан эшкәртеү иң уңайлы хәл итеү варианты булып тора. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсында еңеүселәр менән осрашыуҙа белдерҙе.

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа бүлеү һәм артабан эшкәртеү иң уңайлы хәл итеү варианты булып тора. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсында еңеүселәр менән осрашыуҙа белдерҙе.
«Альтернатива» пластмасса изделиелар заводы (Октябрьский ҡалаһы) генераль директоры Раил Фәхретдинов «Йыл экологы» номинацияһында конкурс лауреаттарының береһе булды. Әлеге ваҡытта предприятиела полимер ҡалдыҡтар йыйыу һәм эшкәртеү буйынса проект ғәмәлгә ашырыла. Етәксе һүҙҙәренсә, завод төбәк биләмәһендә йыйылған бөтә икенсел пластикты эшкәртергә әҙер. Шул уҡ ваҡытта сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу мөһим.

— Сүп-сарҙы айырым йыйыу – ул тәү сиратта йәмғиәтебеҙҙең экологик мәҙәниәте. Был йәһәттән алдынғылар рәтенә тиклем беҙгә йыраҡ икәнлеген аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был әлегә ауыр бара. Өмөтһөҙлөктән сортҡа бүлгәндән һуң сүп-сарҙы яғыу варианты тәҡдим ителә. Беҙҙең өсөн был тема көнүҙәк түгел. Сүп-сарҙы сортҡа бүлеүҙе һәм уны тейешенсә эшкәртеүҙе талап итәсәкбеҙ.
Читайте нас: