Мораҙым
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2018, 13:03

Үләндәрем минең – дуҫтарым

Бына ғәжәп хәл: тәбиғәттә хайуандар донъяһы, үҫемлектәр, иң юғары аң эйәһе булған кешеләр – һәр береһе үҙ аллы йәшәй һымаҡ. Әммә улар араһында тығыҙ бәйләнеш бар икән. Кеше ҡайҙа – үҫемлектәр ҙә шунда. Бер нисә миҫал килтерәйем.

Бына ғәжәп хәл: тәбиғәттә хайуандар донъяһы, үҫемлектәр, иң юғары аң эйәһе булған кешеләр – һәр береһе үҙ аллы йәшәй һымаҡ. Әммә улар араһында тығыҙ бәйләнеш бар икән. Кеше ҡайҙа – үҫемлектәр ҙә шунда. Бер нисә миҫал килтерәйем.

Бынан сама менән сирек быуат элек сөйәл үләнен (русса исеме - чистотел) йыйыу өсөн Эйек буйы туғайына бара торғайным. Был үлән ул йылдарҙа болон-туғайҙарҙа ҡотороп үҫә ине. Ә хәҙер? Йылға буйында уны бик һирәк осратырға була. Уның ҡарауы сөйәл үләне беҙгә килде: ихатаның һәр буш урынында яҙҙан башлап көҙҙөң һуңғы көндәренә тиклем һары сәскәләре менән беҙҙе сәләмләй. Ирек бирһәң, бар ерҙе баҫып алыр. Ни эшләп ул кешегә һырына – шуны белһәң икән...

Икенсе миҫал. Телевидениела эшләп йөрөгән йылдарҙа оператор менән Урыҫ Ҡанаҡасы урамында сюжет төшөрәбеҙ. Шул саҡ ҡойма буйында үҫкән хуш еҫле үләнгә иғтибар иттек. “Мелисса” тинеләр. Үләндәрҙең шифалы һәм зыянлы яҡтарын тәрән өйрәнгән яҙыусы Рим Әхмәтов “Растения – твои други и недруги” исемле китабында “Мелисса япраҡтарынан яһалған препараттар башлыса тынысландырыу көсөнә эйә” тип яҙа. Улар йөрәк сирҙәрен дауалағанда һәм башҡа бик күп осраҡтарҙа ҡулланыла. Бигерәк тә оло йәштәгеләр өсөн файҙалы.

Мелиссаның ғәмәли тормошта ла кәрәге бар, тиҙәр. Умартасылыҡ менән төплө шөғөлләнгән Татьяна Степановна был үләнде бал ҡорттары менән эш иткәндә файҙалы булыуын иҫбатланы. Күс алыҫҡа осоп китмәһен өсөн ҡорттарҙың айырылыу ваҡыты етеүгә был үләнде кәрәкле урынға элеп ҡуялар. Күс тирә-яҡҡа еҫе бөркөлөп торған шул урынға ҡуна. Бына шулай.

Быйыл көҙ баҡсамды ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән саҡта ҡайҙандыр тәмле еҫ килеүен һиҙҙем. Бәй, ул бынау тәпәш кенә, япрағы кесерткәндекенә оҡшашыраҡ үләндән килә лә баһа! Был – мелисса бит. Ҡайҙан, нисек килеп еткән ул бында? Бына ғәжәп!

Хәҙер баҡсаларҙы ҡара әрем, мокрица (башҡортсаһын ни икәнлеген асыҡлай алманыҡ – ред.) һәм башҡа ҡырағай үләндәр баҫып алырға ынтыла. Шул уҡ Рим Әхмәтов әрем хаҡында “кесерткән һымаҡ кешеләргә яҡын булырға тырыша. Тәбиғәт, күрәһең, үлән һәр саҡ кешеләрҙең ҡул аҫтында булһын тип бойорғандыр” тип яҙған.

Ҡыр-яландарҙа был үләндәргә урын ҡалманымы, әллә кеше янында үҫеү тынысыраҡмы? Ниндәй законға буйһона икән тәбиғәт?

Роберт СОБХАНҒОЛОВ.
Мораҡ ауылы.

Читайте нас: