Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2018, 17:46

Һәр кемдең үҙ бәхете

Юлдыбай ауылында йәшәүсе Илсиә һәм Дамир Әбделмәновтар ете бала тәрбиәләй һәм уларҙы донъялағы иң ҙур бәхеттәре тип һанай. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 14 йыл ғына үткән, ә йәш әсәгә май айында ни бары 32 йәш тула.

Юлдыбай ауылында йәшәүсе Илсиә һәм Дамир Әбделмәновтар ете бала тәрбиәләй һәм уларҙы донъялағы иң ҙур бәхеттәре тип һанай.

Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 14 йыл ғына үткән, ә йәш әсәгә май айында ни бары 32 йәш тула.

- Йәштән ҙур ғаилә тураһында хыялландыҡ тип әйтә алмайым, тик тәүге балабыҙ донъяға килгәс тә бәхетебеҙ карьера, бизнес йәки башҡа бер нәмәлә лә түгел, ә балала икәнен аңланыҡ, - тип һөйләй хужабикә Илсиә Хәниф ҡыҙы. Иң ҙур ҡыҙҙары Ритаға – 12 йәш, Римаға – 11, Радмирға – 9, Регинаға – 6, Динарға – 4, Илүзәгә – 2 йәш, ә төпсөктәре Данил Яңы йыл байрамы алдынан - 15 декабрҙә генә донъяға килгән.

Илсиә оло ғорурлыҡ менән һәр балаһының уңыштарын һанап сыҡты, ҡыҙыҡһыныуҙарын , һәләттәрен дә мөмкин тиклем үҫтерергә тырыша ата-әсә.

- Рита менән Рима – уҡыу алдынғылары, гел бишкә генә өлгәшәләр, Радмирҙың да ике генә дүрте сыҡты, шул фәндәрҙе лә әҙерәк нығытһаҡ, бәлки киләсәктә ул да апайҙарынан ҡалышмаҫ. Регина быйыл беренсегә барҙы, уға ла мәктәптә бик оҡшай, - ти күп балалы әсә. – Күптәр, туғандар, дуҫтар ҙа балаларыбыҙ күп булғас, беҙ уларҙың һәр береһенә иғтибарҙы тейешенсә биреп еткермәйбеҙ, ваҡыттары етмәй, тип уйлай. Тик улай түгел. Балаларыбыҙ үҙ-ара татыу, ирем дә иғтибарлы, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, ҡәйнәм дә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тора. Башҡаларҙан бер ҙә менән кәм йәшәмәйбеҙ.

Дамир Әхәт улы тормош иптәшенә - терәк-таяныс, балаларына - хәстәрлекле атай. Ғаилә башлығы ҡыш көндәре вахта менән күберәк Рәсәй, республика ҡалаларында эшләһә, йәй көндәре үҙ тракторында кәсеп итә. Иртә яҙҙан үҙ хужалығындағы мәшәҡәттәрҙән бушаған сағында ауылдаштарына ла ер һөрөү, бесән әҙерләү кеүек эштәрҙә ярҙам итә.

Яңы йыл байрамы алдынан - 28 декабрҙә Илсиә Хәниф ҡыҙы Өфө ҡалаһына барып, республика Хөкүмәте Йортонда күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡулынан ҡәҙерле бүләк алып ҡайтты. Бына шундай иҫтәлекле, шатлыҡлы һәм ҡәҙерле ваҡиғалар Әбделмәновтар тормошонда күберәк булһын, тап шуларҙан – бер-береңә булған һөйөү, ихтирам, иғтибар һәм хәстәрлектән бәхет ҡойолалыр ҙа инде...


Гөлдәр АБДУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Читайте нас: