Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Ғинуар 2018, 14:04

“Изге йөрәк” изге эштәр ҡыла

Үткән йылда 80-дән ашыу уҡыусы райондың “Изге йөрәк” ирекмәндәр ойошмаһына ҡушылды, әүҙемдәр ҡатнашлығында 30-ҙан ашыу сара уҙғарылды. Төрлө сараларҙа, акцияларҙа, форумдарҙа ҡатнашып, беҙ донъяны әҙерәк булһа ла яҡшыға үҙгәртәбеҙ, башҡаларға яҡшылыҡ өләшәбеҙ, яңы дуҫтар табабыҙ, экологик өмәләрҙә тирә-яҡты йәмләндерәбеҙ, йәшелләндерәбеҙ.

2018 йыл – Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы
“Изге йөрәк” изге эштәр ҡыла

“Рәсәй ирекмәне - 2017” федераль премияһын тапшырыу тантанаһында ил президенты Владимир Путин 2018 йыл Ирекмәндәр йылы буласағы хаҡында иғлан итте.

Кем ул ирекмән? Ирекмән – ул үҙ ваҡытының бер өлөшөн үҙ ирке менән тормошто яҡшыртыусы социаль әһәмиәтле сараларҙа ҡатнашыр өсөн бүлеүсе кеше. Һорау алғанда 10 кешенең 9-ҙы ирекмән булып китеүҙәрен башҡаларға булған йәлләү тойғоһо, тормошҡа, кешеләргә, эшкә ҡарата яңы ҡараш булдырыу маҡсаты булыуы менән бәйләй.


Рәсәйҙә ирекмәндәр хәрәкәте 1980 йылдар аҙаҡтарында барлыҡҡа килгән, әммә тарихҡа күҙ һалһаҡ, ул һәр ваҡытта ла шәфҡәт туташтары хеҙмәте, тимуровсылар һәм пионерҙар хәрәкәттәре, тәбиғәтте һәм һәйкәлдәрҙе һаҡлау буйынса төрлө йәмғиәттәр рәүешендә булған тиерлек.
Төрлө йәштәге, төрлө милләт, төрлө шөғөллө кешеләр ирекмәндәр сафын тулыландыра ала. Улар бер нисә үҫеш этабын үтә. Иң башта уҡыусылар үҙ ауылдарындағы сараларҙа, акцияларҙа ҡатнаша. Аҙаҡ, бер аҙ тәжрибә туплағас, төбәк, төбәк-ара, ил кимәлендәге мәҙәни, күңел асыу, спорт сараларында, форумдарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыу мөмкинлегенё эйә, форсат булһа, сит илгә бара ала. Үткән йылда районда ике кеше ирекмән таныҡлығы алды, тағы ла 14 кешегә заявкалар ебәрелде.

Ғәҙәттә, эш биреүселәрҙе яңы килгән кешенең һөнәри оҫталығы, белеме генә түгел, уның тормошҡа ҡарашы һәм нимә менән шөғөлләнергә яратыуы ҡыҙыҡһындыра.

Башҡаларға ярҙам итеүселәрҙә тәү сиратта яҡшылыҡ, кеше менән уртаҡ тел таба алыу, яуаплылыҡ, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар үҫешә.

Ирекмәндәр проекты – ижад итеү өсөн киң майҙан. Иң яҡшы авторҙарға гранттар тапшырыла, улар яңы идеяларын тормошҡа ашыра ала. Беҙҙең район уҡыусылары ла үҙ проекттарын булдыра, әлегә бер уҡыусы был йүнәлештә эшләй, ҡалғандар ҙа әүҙемлек күрһәтер, тип ышанабыҙ.

Быйыл ирекмәндәр тәү сиратта социаль өлкәлә эшләйәсәк. Саралар планы алдан булдырылды, акцияларҙа ябай халыҡ та әүҙемлек күрһәтһен ине.


Лилиә РАФИҠОВА,

“Батыр” йәштәр-үҫмерҙәр клубы директоры, “Изге йөрәк” ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе.

Читайте нас: