Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ғинуар 2018, 22:17

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән 16 мең студент социаль стипендия аласаҡ

9 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов сираттағы Хөкүмәт Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда республика ҡаҙнаһы иҫәбенән көндөҙгө бүлектә бюджет нигеҙендә уҡыусы Студенттарға дәүләт академия стипендияһын һәм дәүләт социаль стипендияһын тапшырыу тәртибе раҫланды.

– 2017 йылдың 1 ғинуарында «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы федераль законда үҙ көсөнә ингән үҙгәрештәр һәм республика ҡануниәтендә ҡабул ителгән үҙгәрештәр бөтә аҙ тәьмин ителгән студент ғаиләләренә дәүләт социаль стипендия алыусыларҙың исемлеген киңәйтте, - тип белдерҙе республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. – Хәҙер, элекке кеүек, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе студенттар дәүләт социаль ярҙамын аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта студент академик ялда (әрмелә хеҙмәт итеү, бала ҡарау буйынса ял осоронда) булғанда студенттарға социаль стипендия түләү туҡтатыла.

Был закон проектын ҡабул иткәнгә ҡәҙәр тулы ғаиләлә тәрбиәләнеүсе 16 меңгә яҡын студент бындай хоҡуҡтан мәхрүм ителгәйне.

Социаль пособие алыу өсөн Башҡортостанда белем алыусы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған уҡыусыларға һәм студенттарға Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге йәки Күп функциялы үҙәк филиалдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Читайте нас: