Малайҙарға йышыраҡ Артем, Тимур, Кирилл, Әмир, Данил, Роман, Егор, Александр, Матвей, Максим, Эмиль, Артур, Дмитрий, Илья, Никита, Арыҫлан, Иван, Даниил, Ярослав, Богдан, ҡыҙҙарға иһә Арина, София, Самира, Виктория, Анастасия, Полина, Дарья, Валерия, Азалия, Милана, Диана, Мария, Әминә, Елизавета, Карина, Аделина, Алиса, Анна, Дарина, Амелия тигән исемдәрҙе ҡушҡандар.
Һирәк осраған ир-егет исемдәре: Добромир, Дениз, Ғаяр, Доменик, Кемаль, Леон, Ниль, Радэль, Иран, Арыҫлан, Аймир, Нурсолтан, Рубин, Гарник, Дан. Яңы тыуған ҡыҙҙарға Анэлл, Божена, Данэлия, Захра, Лея, Нирмала, Теона, Элияна, Авелина, Мирослава, Селин, Вилиә, Анаис, Евангелина, Самина, Ионанна исемдәрен һайлағандар.
Өфөнөң Дим районы ЗАГС бүлеге мәғлүмәте буйынса, 2017 йылда районда 1306 сабый тыуған, уларҙың 666-һы — малай һәм 640-ы — ҡыҙ. Туғыҙ ғаиләлә игеҙәктәр донъяға килгән.