Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ғинуар 2018, 19:05

Бер юлы өс малай!

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында бөгөн өс игеҙәк донъяға килде. Нефтекаманан килгән йәш әсә үҙен яҡшы тоя. Бер ыңғай өс балаға әсә булыу бәхетен кисергән Гүзәл Нурғәлиеваның шатлығын беҙҙең хәбәрселәр уртаҡлашты.

Бер юлы өс малай! Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында бөгөн өс игеҙәк донъяға килде. Нефтекаманан килгән йәш әсә үҙен яҡшы тоя. Бер ыңғай өс балаға әсә булыу бәхетен кисергән Гүзәл Нурғәлиеваның шатлығын беҙҙең хәбәрселәр уртаҡлашты.

Бер тамсы һыуҙай бер-береһенә оҡшаған малайҙарына йәш әсә Гүзәл Нурғәлиева исем ҡушҡан да инде. Артур, Артем, Арсен. Улар иртәнге сәғәт туғыҙҙа тыуған. Яңы йыл беҙҙең ғаиләгә өсләтә шатлыҡ, яуаплылыҡ алып килде, балалар менән ғаиләбеҙ ишәйҙе, тип һөйөнә улар. Утыҙ йәшлек йәш әсәнең өс игеҙәге - тәүге бәпесләүе.
Гүзәл Нурғәлиева, йәш әсә: «Өс игеҙәк булырын белгәс, башта аптырап, ҡаушап төштөм. Ни тиһәң дә туғандар араһында өс түгел, ике игеҙәк тә бик һирәк күренеш. Шатлығыбыҙҙың сиге юҡ, бер юлы күп балаға ата-әсәй бул әле!»

Нефтекаманан килгән ханым үҙен яҡшы тоя. Бөгөн үк сабыйҙарын күкрәк һөтө менән имеҙгән. Әлбиттә, өс баһадирҙы тәрбиәләү өсөн атайға ла, әсәй кешегә лә өсләтә тырыш, тәрбиәле булырға кәрәк. Нурғәлиевтар ғаиләһе быны яҡшы белә, шуға ла бар көсөн сабыйҙарын тәрбиәләүгә һалырға тырыша. Тикшереүҙәрҙән һуң, әгәр ҙә бер нимә лә борсомаһа, биш-алты көндән, сығарабыҙ, ти табиптар.

Яңы йыл дауаханала күптәргә яңы бәхет, шатлыҡ алып килгән. Салауат районынан Лилиә Закирова быйыл күкрәгенә көтөп алған тәүге сабыйын алған.

Ҡыҙ, малай, игеҙәктәрме? Клиника хеҙмәткәрҙәре яңы башланып торған йылда иң мөһиме сәләмәт сабыйҙар тыуыуын теләй.

Йыл башынан дауаханала утыҙ дүрт сабый донъяға ауаз һалған. Уларҙың егерме бере малай, ун өсө ҡыҙ бала. Бәхетле йөҙҙәр, шат тауыштар дауаханала артып торор тип, ышанғы килә.
Читайте нас: