Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ғинуар 2018, 19:37

Көмөшкә ҡыуыусыларға көн бөтә

Районда бөтәһе 215 сауҙа нөктәһе иҫәпләнә, шуларҙың 17-һе өсөн алкоголь эсемлектәрҙе һатыу өсөн махсус рөхсәт ҡағыҙы (лицензия) алынған. Ағымдағы йылда “Алкоголь” профилактик сараһы сиктәрендә Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 260 оператив-эҙләү сараһы үткәрелгән, уның барышында 113 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән, шуларҙың 75-е спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ (ҡойоп һатылған этил спирты, Ҡаҙағстандан килтерелгән араҡы, коньяк), өсәүһе спиртлы эсемлектәр менән ҡабат, 15-е хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә тап килмәгән спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеү, бишәүһе алкоголь эсемлектәрҙе тейешле документһыҙ автомобилдә йөрөтөү менән бәйле.

Көмөшкә ҡыуыусыларға көн бөтә
Районда бөтәһе 215 сауҙа нөктәһе иҫәпләнә, шуларҙың 17-һе өсөн алкоголь эсемлектәрҙе һатыу өсөн махсус рөхсәт ҡағыҙы (лицензия) алынған.


Бөтәһе лә был яңылыҡ тураһында белеп етмәгән, күрәһең. Участковыйҙар 29 июлдән алып 15-тән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағын теркәгән, биш административ эш Күгәрсен район-ара судында ҡаралған, 90 мең һумға штраф һалынған.
Яңыраҡ Исем ауыл биләмәһендәге сауҙа нөктәһенең берәүһендә 10 литр спиртлы эсемлек конфискацияланды, язаһы ла тейешенсә буласаҡ.
Эскелек - ҙур бәлә. Спиртлы эсемлектәр менән законһыҙ һатыу итеү һәм уға хаҡтың түбән булыуы оҙайлы эскелеккә китеүгә булышлыҡ итә. Кеше бәхетһеҙлегендә килем эшләүселәр был турала уйлана тигән фекер дөрөҫ түгел. Ҡаты яза ғына уларҙы уйланырға мәжбүр итәсәк, спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәр һаны ла кәмейәсәк.

Флүр ЛОҠМАНОВ,

Эске эштәр министрлығының Күгәрсен районы буйынса бүлегенең полицияның участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар буйынса бүлек начальнигы.
Читайте нас: