Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ғинуар 2018, 19:27

2018 йылға йондоҙнамә

Шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ергә аяҡ баҫҡан 2018 йылдың “хужаһы” – Һары Эт. Яңы йыл уҙған йылға ҡарағанда сағыштырмаса тынысыраҡ үтер. Сөнки бер аҙ маҡтансығыраҡ, тынғыһыҙыраҡ Әтәс дилбегәне ғәҙел һәм ышаныслы Эткә тапшыра. Ул иһә кешеләргә тоғролоғо, ышаныслы һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуы менән дан алған. Хәүеф-хәтәр янағанда ла һис икеләнеүһеҙ арҡаһын ҡуясаҡ, тимәк, борсолорға артыҡ урын юҡ.

2018 йылға йондоҙнамә

Шатлыҡ-ҡыуаныстар менән ергә аяҡ баҫҡан 2018 йылдың “хужаһы” – Һары Эт. Яңы йыл уҙған йылға ҡарағанда сағыштырмаса тынысыраҡ үтер. Сөнки бер аҙ маҡтансығыраҡ, тынғыһыҙыраҡ Әтәс дилбегәне ғәҙел һәм ышаныслы Эткә тапшыра. Ул иһә кешеләргә тоғролоғо, ышаныслы һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуы менән дан алған. Хәүеф-хәтәр янағанда ла һис икеләнеүһеҙ арҡаһын ҡуясаҡ, тимәк, борсолорға артыҡ урын юҡ.

Эт
Эт үҙ йылында тыуғандарға ҡарата бик миһырбанлы һәм йомарт булыр. Шулай ҙа ашығыс ҡарарҙар ҡабул итергә, уйламаған аҙымдарға барырға ашыҡмағыҙ. Бигерәк тә мөһим ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйыр алдынан ентекләп тикшерегеҙ.

Ғаиләлә барыһы ла яҡшы булыр, тыныслыҡ хөкөм һөрөр. Эштә һеҙҙең тырышлыҡты лайыҡлы баһаларҙар, һөҙөмтәлә карьера баҫҡыстары буйлап үрләү өсөн шаттар тыуыр. Йылдың икенсе яртыһында әүҙем ял итеп алыу һаулығығыҙҙы нығытыуға булышлыҡ итер.

Ҡабан

Дөйөм алғанда, ҡабандар өсөн дә йыл яҡшы килер. Уларҙың һаулығы ныҡ, матди хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек булыр. Тик бының өсөн ялҡауланмаҫҡа, тир түгеп эшләргә, ваҡытында ял итергә, насар ғәҙәттәрҙән баш тартырға кәрәк буласаҡ. Күңелегеҙгә ятҡан шөғөл буш ваҡытығыҙҙы файҙалы уҙғарырға ғына түгел, ә бер ни тиклем матди килем алырға ла ярҙам итер. Ваҡыт-ваҡыт булып ала торған күңел төшөнкөлөгөнән әүҙем ял ярҙамында арынырһығыҙ. Уңыш – тырыштар ҡулында, шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ!

Сысҡан (Күсе)
Сысҡан киләһе йылда быға тиклем эшләгән эштәренең татлы емештәрен татыр. Яңы йылда һеҙҙән артыҡ әүҙемлек талап ителмәҫ,тормошоғоҙ ҙа үҙ яйы менән генә барыр. Сабырлыҡ менән эштәрҙе яйға һалып алғанда, барлыҡ өлкәләрҙә лә уңыш ҡаҙанырһығыҙ һәм матди яҡтан хәлегеҙҙе нығытырһығыҙ. Бәғзеләр йәшәү урынын алмаштырыр. Тир түгеп алған аҡсағыҙҙы бушҡа әрәм-шәрәм итеүҙән һаҡланығыҙ, эшкә башкөлләй сумған ваҡыттарҙа ла , ял итеп алырға форсат табығыҙ.
Үгеҙ
Эш буйынса көтөлмәгән тәҡдим алыуығыҙ бар, тәүәккәлләгән осраҡта карьера баҫҡысы буйлап үрләрһегеҙ. Үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн дә ҡулай йыл – шәхси ваҡыт менән иҫәпләшмәй тырышлыҡ күрһәткәндә, мотлаҡ уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Ғаиләгеҙҙә барыһы ла ҡәҙимгесә барыр, яҡындарығыҙ уңыштары менән һөйөндөрөр. Тәүәккәл һәм маҡсатҡа ынтылыусан булһағыҙ, киләһе йылда уңышлы проекттар тап һеҙгә тапшырылыр һәм уның һөҙөмтәһендә эш хаҡығыҙ күтәрелер.
Юлбарыҫ
Эт эшһөйәрҙәрҙе ярата, шуға ла ҡул ҡаушырып ултырырға тырышмағыҙ. Һәр эшкә ҡыйыу тотонһағыҙ, уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ, матди хәлегеҙ ҙә күҙгә күренеп яҡшырыр. Яңы проекттар башлау өсөн февраль, июнь айҙары ҡулай булыр. Юмор хисен юғалтмағыҙ, ваҡиғаларға артыҡ етди булмаған күҙлектән ҡарарға өйрәнегеҙ. Һөйкөмлө, яғымлы булыуығыҙ менән башҡаларҙы үҙегеҙгә йәлеп итерһегеҙ. Аҡса мәсьәләһендә, мөһим ҡағыҙҙар менән эш иткәндә һағыраҡ ҡыланыу кәрәк булыр.
Ҡуян
Ҡуяндарға эт йылында уңышҡа өлгәшеү өсөн байтаҡ ҡына тир түгергә тура килер. Уның ҡарауы йыл аҙағында тырыш хеҙмәтегеҙҙең уңыштарын татып ҡыуанырһығыҙ. Тормошоғоҙға яңылыҡтар индерергә, үҙегеҙгә таныш булмаған өлкәне яуларға, яңы танышлыҡтар булдырырға ҡурҡмағыҙ. Ғаилә тураһында хыялланған яңғыҙҙар өсөн туй күлдәге һайлар мәл етте – йондоҙҙар был йылды ғаилә ҡорғандарға бәхетле тормош вәғәҙә итә. Никахҡа инеү өсөн февраль, апрель, август, ноябрь һәм декабрь айҙары ҡулай булыр.


Аждаһа
Һәр ваҡыт үҙенә ышанған, иғтибар үҙәгендә булған аждаһаларға сағыу һәм ҡыуаныстарға бай йыл килә. Күптән хыялланған ҙур нәмәне һатып алырға мөмкинлек тыуыр. Эт йылында әүҙем ялдан баш тартыу кәңәш ителә, уның ҡарауы диңгеҙ, бик булмаһа йылға-күл буйҙарында тыныс ҡына ял итеү - тап һеҙҙең өсөн. Йыл башында йөҙөп йөрөп эшләгәндәр яҙ айҙарында уҡ тейешле баһа алыр. Матди яҡтан тотороҡлолоҡ күҙәтелер. Сит-ят кешеләргә артыҡ асылып бармағыҙ.


Йылан
Был йылда күптәр йәшәү йәки эш урындарын алмаштырыр. Йыл бер аҙ ауырыраҡ башланған һымаҡ тойолһа ла, яҙ айҙарында уҡ күптәнге уй-хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырып, ҡыуаныслы хәл-ваҡиғалар кисерерһегеҙ. Иғтибар үҙәгендә булырға яратмаһалар ҙа, һөйкөмлө йыландарға күп ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнарға, кешеләр менән күп аралашырға тура килер.
Никахта булмағандарҙы йәй уртаһында яңы танышлыҡ һәм романтик хистәр көтә.
Йылҡы
Эш һөйөүсән йылҡылар йыл башында уҡ юғарыраҡ дәрәжәгә үрләү мөмкинлеген алыр. Файҙалы тәҡдимдән баш тартырға ашыҡмағыҙ, яңы эш хаҡы матди хәлегеҙҙә сағылыш тапмай ҡалмаҫ. Ял итеү форсаты көҙгә яҡын ғына тыуыр, моғайын. Һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, витаминдарға бай аҙыҡ менән туҡланыу, саф һауала йөрөү кәрәк булыр.
Ғаиләгеҙ йәки туғандарығыҙ көтөлмәгән ҡыуаныс алып килер. Шуныһы мөһим: был ҡыуаныс йыл буйына дауам итер.
Ҡуй
Тормошто яратҡан ҡуйҙар Эт йылын күңелле һәм файҙалы үткәрер, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе лә еңел генә йырып сығыр. Яңы таныштар араһында тоғро дуҫтар табылыр. Әсе тир менән табылған аҡсағыҙҙы үтә кәрәкле һәм ҙурыраҡ әйберҙәр, мәҫәлән, фатир йәки машина һатып алыуға тотоноу хәйерлерәк булыр. Яңы үрҙәргә ынтылыу өсөн үҙ өҫтөңдә эшләү, яңы белем, яңы һөнәрҙәр алыу ҙа ҡамасауламаҫ. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ: киң офоҡтар асылыр.
Маймыл
Ижади эш менән шөғөлләнгән маймылдарҙы башты әйләндерерлек уңышлы мәл көтә. Бары тик ялҡауланмаҫҡа (эт ялҡауҙарҙы яратмай), һәләтегеҙҙе үҫтереү һәм уны күрһәтеү өҫтөндә эшләргә кәрәк буласаҡ. Йондоҙҙар һеҙгә һәр эште, бер кемдән дә ярҙам көтмәйенсә, фәҡәт үҙегеҙгә генә ышанып башҡарырға кәңәш итә. Үҙ эшен асырға теләүселәргә лә яҙмыш елдәре ыңғай иҫер.
Эт йылында ғүмерлек мөхәббәтегеҙҙе осратыуығыҙ ҙа бик мөмкин.
Әтәс
Эт йылында әтәстәргә ялды онотоп тороп, тир түгеп эшләргә тура килер. Яңы төҙөлөш башлау өсөн уңайлы ваҡыт килә. Аҡса артыҡ күп булмаҫ, әммә бәрәкәтле итеп тотонғанда, көшөлөгөгөҙ буш тормаҫ. Уңыш, әлбиттә, иң тәү сиратта үҙ-үҙен аямай көс түккәндәргә йылмаясаҡ. Артыҡ баҫалҡы булыу кәрәкмәҫ, кире осраҡта, һеҙҙең уңышты башҡалар файҙаланыр. Күптәр үҙен бөтөнләй яңы өлкәлә һынап ҡараясаҡ. Йыл уртаһында сәйәхәт итергә уңайлы мөмкинлек тыуыр.
Ылаҡ
Ылаҡтар өсөн бар яҡлап та уңайлы осор етте, шәхси өлкәлә лә, эштә лә хәлдәр ыңғай юҫыҡҡа көйләнер. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмау, хәл-ваҡиғаларҙы үҙ ағышына ҡуйыу хәйерле булыр. Яңы асыштар яһарға ашыҡмағыҙ, мәле еткәс, уңыш мотлаҡ үҙе ишек ҡағыр. Күберәк йәйәү йөрөү эске энергияғыҙҙы арттырыуға булышлыҡ итер.
Һыуғояр
Һыуғоярҙар башҡалар яулай алмаған үрҙәрҙе лә еңел генә яулауға өлгәшер. Дөйөм алғанда, йыл артыҡ еңел килмәҫ, әммә үҙегеҙҙең тырышлығығыҙ һәм юғары рухлы булыуығыҙ арҡаһында тормош ваҡ-төйәктәренә артыҡ иғтибар бирмәҫһегеҙ. Март, апрель айҙары карьера баҫҡысы буйлап үрләү өсөн уңайлы осор.

Балыҡ

Балыҡтар өсөн ҡәҙимге йыл килә, тип әйтеп булмай. Һеҙҙе солғап алған ваҡиғаларҙың ыңғай булыу-булмауы күп ваҡыт үҙегеҙҙән торор. Эшкә сумып, яҡындарығыҙҙы иғтибарҙан мәхрүм итмәгеҙ, шул ваҡытта улар ҙа һеҙҙе күңел йылыһына күмер. Матди яҡтан зарланырға урын булмаҫ.
Ҡуҙы

Ҡуҙылар өсөн йыл үтә ябай булмаһа ла, бик ҡыҙыҡлы килмәксе. Уларҙың көс-ҡеүәте, дәрте ташып торор, күптәре йыл башында ниндәйҙер ҙур ҡыуаныс кисерер. Хыял артынан сабып, ысынбарлыҡты онотоп ебәрмәҫ өсөн, ваҡыт-ваҡыт туҡтап ял итеп алырға, тыныслыҡта яңғыҙ уйланып алырға ла форсат табығыҙ.


Буға

Әллә ни ҙур үҙгәрештәр вәғәҙә итмәһә лә, Эт йылы буғалар өсөн ярайһы уҡ яҡшы киләсәк. Күптән башлаған эштәрегеҙҙе тамамлап ҡуйырға, быға тиклем ниәтләгән уйҙарығыҙҙы тормошҡа ашырырға ла ваҡыт табырһығыҙ. Ижад менән шөғөлләнгәндәр ҙур уңыштар яулар.


Игеҙәктәр

Игеҙәктәр өсөн йыл ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле ваҡиғаларға бай буласаҡ. Көтөлмәгән ерҙән матди байлыҡ алыуығыҙ йәшәүгә ышанысығыҙҙы арттырыр. Берсә үҙегеҙҙең эске донъяғыҙҙы тәртипкә килтереп, уйҙар донъяһына сумып алғығыҙ, берсә киреһенсә күберәк кешеләр араһында булып, иғтибар үҙәгендә булғығыҙ килер.


Ҡыҫала

Йондоҙҙар ҡыҫалаларға уңышҡа һәм шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай йыл вәғәҙә итә. Быға тиклем улар нимәгәлер тотонор алдынан ентекле уйларға яратһалар, был йылда үҙҙәренең донъяға ҡараштарын ҡыҫҡа ғына арауыҡта үҙгәртә алыуҙарына, кәрәк саҡта саманан тыш тәүәккәл булыуҙарына хатта үҙҙәре лә аптырар.


Арыҫлан

Арыҫландар Яңы йылды үҙҙәренә генә хас юғары рух, күтәренке кәйеф менән ҡаршы алыр. Э йылынан улар бик күпте өмөт итә. Һәм уларҙың өмөттәре бушҡа сыҡмаҫ: йыһан уларҙың тырышлыҡтарын, маҡсатҡа ынтылыштарын тейешле баһалар. Арыҫландарҙы һөнәри өлкәлә, ижадта, шәхси тормошта бик күп сағыу мәлдәр көтә.


Ҡыҙ

Ҡыҙҙар тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡороп мәшәҡәтләнмәҫ һәм ғәҙәт буйынса барыһын да күҙҙән ысҡындырмаҫҡа теләр. Эт йылында уларҙы шәхси тормошта артыҡ үҙгәрештәр көтмәй, ә бына һөнәри юҫыҡта бығаса таныш булмаған өлкәне яуларға йә күптәнге ниәттәрен еренә еткереп ҡуйырға йөрьәт итерҙәр. Тәүәкәлләгәндәр уңыш яулар.


Үлсәү

Быға тиклем ат һымаҡ егелеп тормош арбаһын тартҡан үлсәүҙәр өсөн тынысыраҡ мәл етте: эш һөҙөмтәләрегеҙҙең татлы емештәрен татып, бер аҙ ял итеп алһағыҙ ҙа була. Әммә был халәтегеҙ оҙаҡҡа һуҙылмаҫ: йылдың икенсе яртыһында яңы эш, яңы проекттар тәҡдим итеүҙәре бар. Матди яҡ артыҡ борсомаҫ.


Саян

Бер юлы бер нисә өлкәне яуларға тырышыу артыҡ һөҙөмтә бирмәҫ, шуға ла уңыш яулау өсөн эт саяндарға иғтибарҙы бер юҫыҡҡа тупларға тәҡдим итә. Йәнегеҙ тартҡан эш ҡыуаныс һәм күңел ҡәнәғәтлеге генә түгел, матди тотороҡлоҡ та алып килер. Яҡындарығыҙ онотолмаҫлыҡ ҡыуаныслы мәлдәр бүләк итер.


Уҡсы

Уҡсыларҙы тыныс һәм тотороҡло йыл көтә. Шулай ҙа һеҙ ағым ыңғайына ғына йөҙөргә теләмәҫһегеҙ, ваҡыт-ваҡыт яҡындарығыҙҙы яңы идеялар, яңы ниәттәр менән аптыратырһығыҙ. Бер аҙ тырышлыҡ һәм көс һалғанда, тәү ҡарашҡа ысынбарлыҡҡа ашмаҫтай тойолған уй-ниәттәрегеҙҙе лә тормошҡа атҡарып ҡуйыуығыҙ бар. Уңыш һеҙҙең яҡта.


Читайте нас: