Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Ғинуар 2018, 16:35

Рөстәм Хәмитов һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәренә һәм призерҙарға дипломдар тапшырҙы

28 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарға дипломдар тапшырҙы.

28 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарға дипломдар тапшырҙы.
2017 йылда конкурс алты номинация буйынса уҙғарылды: «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе», «Бүлеү селтәрҙәрен файҙаланыу буйынса иң яҡшы электр монтеры», «Иң яҡшы умартасы», «Иң яҡшы ауыл хужалығы етештереү тракторсыһы-машинисы», «Иң яҡшы маляр», «Иң яҡшы ашнаҡсы-кондитер».
— Һеҙ — үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы. Эшегеҙҙе баһалағандарҙың бөтәһенә лә — белгестәргә ысын оҫта, эшсе һөнәрҙәрегеҙҙә иң яҡшы булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ, – тип ҡотланы Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер инде һеҙ эшләгән тармаҡтарҙа эшләүселәр күп кенә йәштәр һәм ололар ҙа һеҙгә тиңләшәсәк. Ә беҙ иһә бик шәп профессионалдар барлығын беләбеҙ.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, был конкурс республикала 2012 йылдан уҙғарыла.
— Был конкурстар ярҙамында эшсе һөнәрҙәрҙең айбруйы үҫә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һөнәри оҫталыҡ тармаҡтың, предприятиеның уңышлылығын билдәләй. «Алтын ҡулдар» ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яратҡан республикабыҙ тиҙ үҫешәсәк.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, биш йылда төрлө эшсе һөнәрҙәр буйынса 30 конкурс уҙғарылған. Алты йылда унда 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 118-е конкурста еңеүсе һәм призер булды, федераль этаптарҙа республиканың данын яҡланы. Атап әйткәндә, Илгиз Шәнгәрәев – илдең иң яҡшы умартасыһы, ә Артем Трясцин Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһында өсөнсө урын яуланы.
— Нәҡ эшсе ҡулдар беҙҙе уратып алған бөтә нәмәне булды. Сифатлы, оҫта эшләүегеҙ һәм унда ғына туҡтап ҡалмай, оҫталығыҙ артабан үҫтерергә теләүегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бындай конкурстарға ярҙам күрһәтербеҙ һәм дауам итербеҙ. Төрлө кимәл етәкселәрегеҙ матди яҡтан ярҙам итһендәр. Был грамоталарға премиялар, ниндәйҙер түләүҙәр өҫтәлһен ине. Ул хеҙмәтегеҙгә баһа биреүгә ҙур өлөш булыр, әлбиттә.
Читайте нас: