Мораҙым
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Декабрь 2017, 17:38

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.


Ордендар, ведомство билдәләре, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән 53 кешенең профессиональ ҡаҙаныштары баһаланды. Улар араһында – төҙөүселәр, энергетиктар, аграрийҙар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, урман хужалығы, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре.



— Һеҙҙе лайыҡлы дәүләт наградаларығыҙ менән ҡотлайым. Артабан да шулай эшләрһегеҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был залда төрлө һөнәр, йүнәлеш, тармаҡ вәкилдәре йыйылған. Әммә һеҙҙе эшегеҙгә ҡарата ижади мөнәсәбәт, коллектив һәм республикабыҙ мәнфәғәтенә яҡшы эшмәкәрлек берләштерә. Бындай эш оҙаҡ йылдар дауам итһен ине, әлбиттә.


Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, киң мәғлүмәт сараларына республиканың ҡаҙаныштары, хеҙмәт кешеләренең уңыштары хаҡында йышыраҡ һөйләргә кәрәк.
— Беҙҙе ҡайһы берҙә кире мәғлүмәт менән «артыҡ туйҙыралар», ә бындай ыңғай эш йыш ҡына ситтә тороп ҡала. Был дөрөҫ түгел. Бөгөн позитив булдырғандарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү мөмкинлеге бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был тормошта иң мөһиме. Хәл-ваҡиғалар таҫмаһы түгел, ә йәмғиәтебеҙҙең, тормошобоҙҙоң нигеҙе – хеҙмәт, эш.


Читайте нас: