«Һуңғы ярты йылда матди хәлегеҙ үҙгәрҙеме» тигән һорауға респонденттарҙың 66 проценты йә яҡшырҙы (10 проценты), йә үҙгәрмәне тип яуаплаған. Был һан буйынса хәҙер Рәсәй Федерацияһында 12 урында торабыҙ. Бөтәһе 85 субъект. Беҙҙән һуң был һорауға киҫкен яуап ҡайтарған 73 субъект килә, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов — Бөтәһе лә уңышлы һәм һәйбәт тип әйтәһем килмәй. Әлбиттә, улай түгел, хәл ителмәгән мәсьәләләр байтаҡ. Беҙҙең көндәлек эшебеҙ бик күп темаларҙы сисеүгә йүнәлтелгән. Дөйөм алғанда, ил дә, республика ла алға бара. Кемгәлер был хәрәкәт тиҙлеге яй, аҡрын күренә, әммә ул бар һәм был факт. Быны инҡар итергә ярамай».
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.