Шәмбе һәм йәкшәмбе Башҡортостандың баш ҡалаһында көндөң болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана. Төндә 8 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -3,-6 градус. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 2-4 метр тиҙлектә иҫә.
Алдағы көндәргә һауа торошо хаҡында һөйләгәндә, Башгидромет белгестәре төндә һауа температураһының -15, -20, республиканың көнсығышында -25,-30°, көндөҙ -6,-19 буласағын билдәләй. Көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарҙа төндә -24,-29, көндөҙ -14,-19 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.