Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабрь 2017, 21:16

Рәсәйҙә рәсми рәүештә президент һайлау кампанияһы башланды

Бөгөн, дүшәмбе, тауыш биреүгә теүәл өс ай алдан рәсми рәүештә Рәсәй президентын һайлау кампанияһы башланып китте, тип мәғлүмәт еткерә ТАСС агентлығы. Ошо мәлдән алып бөтә һайлау эштәре башлана.

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Федерация Советының «Российская газета»баҫмаһында сыҡҡан 2018 йылдың 18 мартында һайлауҙар уҙғарыу тураһындағы ҡарары кампанияға старт бирҙе. Шул рәүешле, һайлауҙар Ҡырымдың һәм Севастополдең Рәсәйгә кире ҡушылыуына дүрт йыл тулыу менән тап килә. Кандидаттарға съездарҙа рәсми тәҡдим итеү процедураһын үтеү йәки һайлаусылар төркөмдәре йыйылыштарында хуплау табыу, Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырыу, ҡултамғалар йыйыу, ҙур агитация эшен уҙғарыу һәм телевидениела, радиола оппоненттар менән дебаттарҙа көрәшеү өсөн 90 көн бирелә.
ТАСС агентлығына Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко аңлатыуынса, үҙ-үҙҙен тәҡдим итеүселәр 20 көн дауамында үҙ файҙаһына һайлаусылар йыйылышын уҙғарып, Үҙәк һайлау комиссияһына осрашыу протоколы һәм башҡа кәрәкле документтар менән килә ала. Партияларға йыйылыштар үткәреү һәм кандидаттар тәҡдим итеү өсөн күберәк ваҡыт – 25 көн бирелә, шунан һуң Үҙәк һайлау комиссияһы бөтә документтарҙы тикшерә, вәкәләтле партияларҙы һәм дәғүәселәрҙең финанс мәсьәләләре буйынса вәкилдәрҙе теркәй, махсус һайлау иҫәбен асыуға рөхсәт бирә – һәм кандидаттар ҡултамғалар йыя башлай ала. Ошо процедуралар талап ителмәгәндәр (парламент партиялары вәкилдәре) 27 декабрҙән теркәүгә документтар тапшырыу мөмкинлегенә эйә. Был осор 31 ғинуарҙа Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 6-ла тамамлана.
Президент һайлауын уҙғарыуға федераль бюджеттан 14,9 миллиард һум бүленгән. Һайлауҙарҙы тәғәйенләү тураһында ҡарар сыҡҡандан һуң Үҙәк һайлау комиссияһы финанстар менән ҡуллана ала, тип алдан аңлаттылар ведомствола. Бөгөн Үҙәк һайлау комиссияһы ултырыш уҙғара. Унда президент һайлау буйынса һайлау кампанияһының календарь планы раҫлана һәм һайлауҙар уҙғарыуға тәғәйенләнгән бюджет саралары бүленә.
Читайте нас: