Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тырышлыҡтары - халыҡ, төбәк мәнфәғәте өсөн

Йәшәйеш сифатын яҡшыртыуға, төбәгебеҙҙе төҙөкләндереүгә һәм йәмләүгә торлаҡ-коммуналь хужалығы эшсәндәре тос өлөш индерә.  Кисә һөнәри байрамдары уңайынан был тармаҡтың намыҫлы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп үттеләр.

Тырышлыҡтары - халыҡ, төбәк мәнфәғәте өсөн
Тырышлыҡтары - халыҡ, төбәк мәнфәғәте өсөн

 Район хакимиәте башлығының финанстар буйынса урынбаҫары Фәнил Ғилманов тармаҡ эшсәндәрен район хакимиәт башлығы Марат Исҡужин һәм үҙе исеменән ихлас ҡотлап, намыҫлы хеҙмәте менән айырылып тороусыларҙы район хакимиәте башлығының маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Үҙ сығышында Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы Денис Айытҡолов та  ауыл советы менән тығыҙ бәйләнештә тороп халыҡ һәм төбәк мәнфәғәте өсөн тырышҡан коммуналь хеҙмәт эшсәндәренә аҡ теләктәрен еткерҙе.

Эйе, беҙҙең йорттарҙа, төбәктә имен-тыныс йәшәр өсөн тыуҙырылған уңайлы шарттар, подъездарҙағы, урамдарҙағы таҙалыҡ, тәртип – барыһы ла уларҙың тырышлығы, һөнәри оҫталығы һөҙөмтәһе. Тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләренә һәм уларҙың ғаиләләренә иҫәнлек-һаулыҡ теләйек!

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: