Ҙур коллективта ниндәй генә һөнәр эйәләре эшләмәй: водитель, слесарь, сантехник,токарь, электрик, оператор, иретеп йәбештереүселәр, йыйыштырыусылар... Бөтәһе лә үҙ эшенең оҫталары. Иң ҡыуаныслыһы – намыҫлы етәкселәре Василий Смирнов һәм район етәкселеге ябай эшсәндәрҙең хеҙмәтен күрә, баһалай белә. Кисәге тантанала предприятиеның водителе Анатолий Тумановтың район хакимиәте башлығының Маҡтау грамотаһы һәм баҫмабыҙ дуҫтарына яҡшы таныш – тәжрибәле токарь Илсур Батраевтың Рәхмәт хатына лайыҡ булыуы ла быға асыҡ миҫал булып тора.
Әйткәндәй, был предприятие хеҙмәткәрҙәре иңдәренә һалынған бурыстарҙы һанап бөткөһөҙ. Йылылыҡ энергияһын тапшырыу-бүлеү, ҡулланыусыларҙың уны рациональ рәүештә тотоноуын контролдә тотоу, йылылыҡ трассаларын, Мораҡ ауылындағы 20-нән ашыу күп фатирлы йортто хеҙмәтләндереү, уларҙа төҙөү-монтаж йәки ремонт эштәрен башҡарыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн ҡуйылған контейнерҙарҙы дезинфекциялау, павильондарҙың эргәһен тәртиптә тотоу, район үҙәген төҙөкләндереү буйынса бихисап эштәр башҡарыу... “Водоканал” предприятиеһының ҡайһы бер бурыстары ла (атап әйткәндә: авария эҙемтәләрен бөтөрөү) “Йылылыҡ селтәре” нә йөкмәтелде. Ҡыштар үтеү менән иркен һуларға ирек юҡ уларға: икенсе йылылыҡ миҙгеленә ныҡлы әҙерлек башлана.
Йәшәгән төбәгебеҙҙе төҙөкләндереүгә, йорт-фатирҙарҙа уңайлыҡтар тыуҙырыуға тос өлөш индереүсе, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусыларға арымай-талмай эшләр өсөн ҡоростай ныҡлыҡ теләһе генә ҡала!..