Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Намыҫлы эшсән дә, хәстәрлекле ҡартай ҙа

Таһыллығы, әүҙемлеге, эшкә яуаплы ҡарауы менән йәшерәк быуын вәкилдәренә өлгө булып тороусы Ибраһимов Йәүҙәт Сибәғәт улы торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында 1994 йылдан бирле эшләй.  Был өлкәләге хеҙмәт юлын ябай слесарь булып башлаған эшсән әлеге ваҡытта “Йылылыҡ селтәре” предприятиеһының мастеры.  Ул тамырҙары менән Исем ауылы биләмәһенә ҡараған Дүңгәүер ауылынан. Эшкә тынғыһыҙлығы, оптимистик рух уға һигеҙ бала тәрбиәләгән әсә-атаһынан бирелгән.

Намыҫлы эшсән дә, хәстәрлекле ҡартай ҙа
Намыҫлы эшсән дә, хәстәрлекле ҡартай ҙа

 Армиянан ҡайтҡас Йәүҙәт “Исем” совхозында эшләй, артабан биш йылдан артыҡ милицияла водитель була. Ғаиләһе менән ун бер йыл Ташкентта йәшәгән дәүерендә машина төҙөү-индустриаль техникумында уҡып диплом ала, Ташкент трактор заводында мастер вазифаһын башҡара. Ситтә алған хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе тыуған еренә ҡайтып төпләнгәс уға ныҡ ярҙам итә. Тармаҡҡа ҡараған ниндәй генә предприятие, йәмғиәттә эшләмәһен, ябаймы-яуаплымы вазифа биләмәһен, ул үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы ҙур намыҫ менән атҡарып, коллегаларының, тирә-яҡтың ихтирамын яулай.

 Ғүмер юлын иңгә-иң терәшеп татыу уҙған, уң ҡулы, рухи терәге булған Венера Әхмәт ҡыҙы яҡты донъяларҙан киткәс тә, Йәүҙәт Сибәғәт улы яҙмыш һынауын лайыҡлы күтәрҙе. Ул һаман да сафта -райондың, тармаҡтың үҫешенә үҙ өлөшөн тос индерергә тырыша.

 Йәшәү йәмен тынғыһыҙ хеҙмәттә таба белгән намыҫлы эшсән бер бөртөк улы – Руслан өсөн өлгөлө атай ҙа, улының дүрт бөркөтө өсөн хәстәрлекле ҡартай ҙа. Тормошҡа, эшкә сәмле ҡарталарынан өлгө алып үҫеп килеүсе шуҡ, теремек ейәндәренән дә рухлы, илһөйәр ил улдары сығыр әле...  

     

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: