Район хакимиәте башлығының маҡтау грамоталарына түбәндәгеләр лайыҡ булды:
- Йомағужа “Теплосервис” йәмғиәтенең ҡаҙанлыҡ операторы Садиҡов Ғафур Мадъяр улы;
- “Теплосеть” предприятиеһының водителе Туманов Анатолий Иванович;
- “Водоканал+Сервис” йәмғиәтенең тракторисы Бикбаев Венер Тимерйән улы.
“Водоканал+Сервис” йәмғиәте эш башҡарыусыһы (делопроизводитель) Вәлитова Гөлфиә Рәмил ҡыҙы, Йомағужа “Теплосервис” йәмғиәтенең слесарь-ремонтлаусыһы Итәшев Шамил Салауат улы, “Водоканал” муниципаль унитар предприятиеһының Мәҡсүт участкаһы водозаборы электригы Әлмөхәмәтов Әнүәр Дәүләт улы, “Теплосеть” предприятиеһы токаре Батраев Илсур Константинович, “Эко-Сити” төбәк операторының территориаль вәкиле Салтыков Сергей Николаевич был өлкәлә оҙаҡ йылдар һәм намыҫлы эшләгәндәре өсөн район хакимиәте башлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Эйе, йәшәйеш сифатын яҡшыртыуға ла, төбәгебеҙҙе төҙөкләндереү, йәмләүгә лә коммуналь хеҙмәт эшсәндәре берҙәй тос өлөш индерә. Улар халыҡҡа ярҙамға ашығырға һәр саҡ әҙер.