“Өйә-өйә өй була” тигәнде үҙҙәре йорт һалып сыҡҡҡандар ғына аңлайҙыр. Байтаҡ аҡсаң йәки кемдеңдер ярҙамы булмағанда был ауыр эште йырып сығыуы ай-һай еңел түгел. Ярай ҙа дәүләт аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам ҡулын һуҙа - ошо юҫыҡта ҡабул ителгән программаларҙың теүәл эшләүе күңелгә йылы өҫтәй.
Бөгөн район хакимиәтендә ике ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәргә сертификаттар тапшырылды. Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәйфуллин ҡулынан сертификат алыусылар бына улар: Бикбулат ауылында йәшәүсе Надежда һәм Рәил Ҡаҙарғоловтар, улар өс ул үҫтерә; Йомағужа ауылынан Олеся Большова, ул бер улға һәм ике ҡыҙға әсәй.
Беҙ уларҙы ихлас ҡотлайбыҙ!