Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Приют ҡасабаһында 90 фатирлыҡ йорт төҙөлөшө тамамланып килә.

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Приют ҡасабаһының Беренсе Май урамында 90 фатирлыҡ йорт төҙөлөшө тамамланып килә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы һалынған йорт авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән граждандар өсөн тәғәйенләнә. Бөтә фатирҙарҙың эсендә йөҙләү, биҙәү эштәре тулыһынса башҡарыла, йылылыҡ системаһы үткәрелә, сантехника ҡуйыла. Яҡын арала йорт эргәһендәге биләмәне төҙөкләндерә башлаясаҡтар. Бында тротуарҙарға, автомобиль юлына бетон түшәү, туҡталҡалар, балалар майҙансығын эшләү, бәләкәй архитектур һындар яһау күҙаллана. Торлаҡты быйыл ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. “Төҙөлөш графикка ярашлы бара. Әле төҙөлөш-монтаж эштәре дауам итә, йорт фасадын йөҙләү ахырына яҡынлаша, фатирҙарҙа эске эштар бара”, – тине Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан   Автор:Лилия Давлетбакова

Приют ҡасабаһында 90 фатирлыҡ йорт төҙөлөшө тамамланып килә.
Приют ҡасабаһында 90 фатирлыҡ йорт төҙөлөшө тамамланып килә.

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Приют ҡасабаһының Беренсе Май урамында 90 фатирлыҡ йорт төҙөлөшө тамамланып килә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы һалынған йорт авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән граждандар өсөн тәғәйенләнә. Бөтә фатирҙарҙың эсендә йөҙләү, биҙәү эштәре тулыһынса башҡарыла, йылылыҡ системаһы үткәрелә, сантехника ҡуйыла.

Яҡын арала йорт эргәһендәге биләмәне төҙөкләндерә башлаясаҡтар. Бында тротуарҙарға, автомобиль юлына бетон түшәү, туҡталҡалар, балалар майҙансығын эшләү, бәләкәй архитектур һындар яһау күҙаллана. Торлаҡты быйыл ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

“Төҙөлөш графикка ярашлы бара. Әле төҙөлөш-монтаж эштәре дауам итә, йорт фасадын йөҙләү ахырына яҡынлаша, фатирҙарҙа эске эштар бара”, – тине Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Автор:
Читайте нас: