Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Милли проект ярҙамында ҙур мәктәп төҙөү эштәре йылдам бара

Учалыла 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү эштәре йылдам бара, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, Учалының 9-сы биҫтәһендә полилингваль мәктәп һалыу быйыл ғына башланды. Мәктәп «Мәғариф» милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында төҙөлә. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 300 миллион һумдан ашыу бүленгән. Бинаның дөйөм майҙаны — 18 мең квадрат метрҙан күберәк. Проект уҡыу процесы һәм уҡыусыларҙың ялы өсөн кәрәкле бөтә нәмәне күҙ уңында тота. Класс бүлмәләре һәм кабинеттарҙан тыш, мәктәптә ике ҙур спорт һәм тамашалар залы, ашхана була. Биләмәһендә спорт һәм балалар майҙансыҡтары, шулай уҡ мини-футбол майҙаны булдырыла. Яңы мәктәптә инвалид балалар ҙа уҡырға мөмкин. Унда дөйөм ҡулланыу урындары һәм класс бүлмәләре йыһазландырыла, пандустар һәм лифттар ҡуйыла. «Бөгөнгә төҙөүселәр һыу үткәргестең һәм канализацияның тышҡы селтәрҙәрен һалған. Йылылыҡ трассаһы һәм электр менән тәьмин итеүҙең тышҡы селтәрҙәрен эштәре тамамланып килә. Подрядсы йылытыу, елләтеү эштәренең башланғыс этабын башҡара», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.   Төҙөлөштө киләһе йылдың сентябренә тамамлау күҙаллана. ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәғариф» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнде.

Милли проект ярҙамында ҙур мәктәп төҙөү эштәре йылдам бара
Милли проект ярҙамында ҙур мәктәп төҙөү эштәре йылдам бара

Учалыла 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү эштәре йылдам бара, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Учалының 9-сы биҫтәһендә полилингваль мәктәп һалыу быйыл ғына башланды.

Мәктәп «Мәғариф» милли проекты һәм Республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында төҙөлә. Ошо маҡсатта федераль бюджеттан 300 миллион һумдан ашыу бүленгән. Бинаның дөйөм майҙаны — 18 мең квадрат метрҙан күберәк.

Проект уҡыу процесы һәм уҡыусыларҙың ялы өсөн кәрәкле бөтә нәмәне күҙ уңында тота. Класс бүлмәләре һәм кабинеттарҙан тыш, мәктәптә ике ҙур спорт һәм тамашалар залы, ашхана була. Биләмәһендә спорт һәм балалар майҙансыҡтары, шулай уҡ мини-футбол майҙаны булдырыла.

Яңы мәктәптә инвалид балалар ҙа уҡырға мөмкин. Унда дөйөм ҡулланыу урындары һәм класс бүлмәләре йыһазландырыла, пандустар һәм лифттар ҡуйыла.

«Бөгөнгә төҙөүселәр һыу үткәргестең һәм канализацияның тышҡы селтәрҙәрен һалған. Йылылыҡ трассаһы һәм электр менән тәьмин итеүҙең тышҡы селтәрҙәрен эштәре тамамланып килә. Подрядсы йылытыу, елләтеү эштәренең башланғыс этабын башҡара», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.

 

Төҙөлөштө киләһе йылдың сентябренә тамамлау күҙаллана.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәғариф» милли проекты Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнде.

Автор:
Читайте нас: