Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ
13 Сентябрь 2021, 14:19

Һыу яңы торбалар буйлап йүгерәсәк

Иҫкергән һыу торбалары - күп төбәктәргә хас проблема. Ул беҙҙең район ауылдарын урап үтмәй, Мораҡ, Йомағужа, Исем ауылдарында был мәсьәлә күптән инде хәл итеүҙе һорай. Быйыл Йомағужа ауылын дәүләт программаһына индереү мөмкинлеге килеп сыҡҡан. “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын модернизациялау һәм реформалау” дәүләт программаһы сиктәрендә Йомағужа ауылында үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаһы капиталь ремонтлана, күптән заман һынауҙарын үткән һыу торбалары алмаштырыла. Төҙөкләндереү эштәрен “ВОДОКАНАЛ+СЕРВИС” ойошмаһы эшсәндәре алып бара. Әле улар Әминев, Колхоз урамдарында эштәрҙе теүәлләп, Федоров һәм Октябрь урамына күскән.

Һыу яңы торбалар буйлап йүгерәсәк
Һыу яңы торбалар буйлап йүгерәсәк

Районыбыҙҙың иң ҙур ауылдарының береһе Йомағужала  йәшәйеш өсөн барлыҡ уңайлы шарттар бар: “зәңгәр яғыулыҡ”бында инде күптән индерелгән, ауыл халҡы үҙәк һыу менән ҡуллана, ә бындағы белем биреү усаҡтары, социаль-мәҙәни учреждениелар күп ҡалалар көнләшерлек.

 Иҫкергән һыу торбалары - күп төбәктәргә хас проблема. Ул беҙҙең район ауылдарын урап үтмәй, Мораҡ, Йомағужа, Исем ауылдарында был мәсьәлә күптән инде хәл итеүҙе һорай. Быйыл Йомағужа ауылын дәүләт программаһына индереү мөмкинлеге килеп сыҡҡан. “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығын модернизациялау һәм реформалау” дәүләт программаһы сиктәрендә Йомағужа ауылында үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаһы капиталь ремонтлана, күптән заман һынауҙарын үткән һыу торбалары алмаштырыла. Төҙөкләндереү эштәрен “ВОДОКАНАЛ+СЕРВИС” ойошмаһы эшсәндәре алып бара. Әле улар Әминев, Колхоз урамдарында эштәрҙе теүәлләп, Федоров һәм Октябрь урамына күскән. Был урамдарҙа эштәрҙе тамамлағас, яңы ҡоҙоҡтар урынлаштырасаҡтар.  Һыу торбаларын ремонтлау, ауыл халҡы өсөн ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар алып килһә лә, эштән сыҡҡан торбаларҙы яңыларына алмаштырыу кранда аҡҡан һыуҙың баҫымын күбәйтәсәк, тимәк, урындағы кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн бер мөмкинлек буласаҡ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: