“Уңайлы ҡала мөхите” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Мораҡ ауылының Ленин урамындағы йәмәғәт территорияһын төҙөкләндереү эштәре лә дауам итә. Төҙөүселәр әле йәйәүлеләр өсөн тротуар һалыу, брусчатка түшәү эштәре менән мәшғүл. Уларҙы теүәлләгәс, шәхси хужалыҡтарында үҫтергән продукцияны һатырға теләгән граждандар өсөн тәғәйенләнгән павильондарҙы урынлаштырып, автомобилдәр өсөн туҡталҡа урынына асфаль түшәйәсәктәр, территорияны тәртипкә килтерәсәктәр. Халыҡ һорауы буйынса йылы туалет эшләү бурысы ла тора.