Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ысын һөнәрмәндәр - "Йылылыҡ селтәре"ндә!

Һөнәри байрамдарын ҡаршылап Булдыҡлы, үҙ ҡулы аҫтында эшләүселәргә ҡарата ихтирамлы булған Василий Смирнов етәкселегендәге “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһында йәмғеһе 90-ға яҡын кеше эшләй. һәр береһе үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, эшен яратып башҡара. Шуларҙың береһе - алтын ҡуллы токарь Батраев Илсур Константинович (1-се фотола). Ғүмеренең иң гүзәл мәлендә үҙе тыуып үҫкән Ульяновск өлкәһендәге заводтарҙа токарь булып эшләп бай тәжрибә туплап, ғаиләһе менән Күгәрсен еренә күскәс (икенсе яртыһы - Елена Васильевна тыумышы менән Яңы Николаевский ауылынан, “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе), оҙаҡ йылдар төҙөлөш өлкәһендә намыҫлы эш башҡара. Алтын ҡуллы оҫта булараҡ, район үҙәгендә “Уралҡай”, “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы кеүек ҙур объекттар төҙөүгә тос өлөшөн индерә. Ә “Йылылыҡ селтәре” предприятиеһында эшләүенә хәҙер биш йыл.

Һөнәри байрамдарын ҡаршылап
Булдыҡлы, үҙ ҡулы аҫтында эшләүселәргә ҡарата ихтирамлы булған Василий Смирнов етәкселегендәге “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһында йәмғеһе 90-ға яҡын кеше эшләй. һәр береһе үҙ бурыстарына яуаплы ҡарап, эшен яратып башҡара.
Шуларҙың береһе - алтын ҡуллы токарь Батраев Илсур Константинович (1-се фотола).
Ғүмеренең иң гүзәл мәлендә үҙе тыуып үҫкән Ульяновск өлкәһендәге заводтарҙа токарь булып эшләп бай тәжрибә туплап, ғаиләһе менән Күгәрсен еренә күскәс (икенсе яртыһы - Елена Васильевна тыумышы менән Яңы Николаевский ауылынан, “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе), оҙаҡ йылдар төҙөлөш өлкәһендә намыҫлы эш башҡара. Алтын ҡуллы оҫта булараҡ, район үҙәгендә “Уралҡай”, “Күгәрсенкәй” балалар баҡсаһы кеүек ҙур объекттар төҙөүгә тос өлөшөн индерә. Ә “Йылылыҡ селтәре” предприятиеһында эшләүенә хәҙер биш йыл. Шул йылдар дауамында ул үҙен бында ла һөнәренә тоғро ҡалған намыҫлы эшсән итеп күрһәтеп, коллегаларының һәм етәкселектең ихтирамын яулап өлгөргән.
Әйткәндәй... Мораҡ ауылының Ленин урамында урынлашҡан “Йылылыҡ селтәре” муниципаль унитар предприятиеһының эшмәкәрлеге күп фатирлы йорттарға йылылыҡ энергияһын тапшырыу һәм бүлеү, район буйынса утыҙ ҡаҙанлыҡты, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн ҡуйылған илле биш майҙансыҡты хеҙмәтләндереүҙә генә бөтмәй. Сүп-сар өсөн бункерҙар эшләү, балалар майҙансыҡтарын, күп фатирлы йорттарҙа вентиляцион торбаларҙы таҙартыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе лә атҡара, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашып район үҙәген төҙөкләндереүгә лә тос өлөш индерә бындағы хеҙмәткәрҙәр. Ҡыҫҡаһы, Илсур Батраев кеүек ысын һөнәрмәндәр эшләй “Йылылыҡ селтәре”ндә!
Читайте нас: