Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Улар халыҡҡа тоғро хеҙмәт итә

Кисә район мәҙәниәт һарайында тиҙҙән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте эшсәндәре көнө, республикала был тармаҡ ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан ҙур байрам сараһы үтте. Тантанала тынғыһыҙ, яуаплы хеҙмәт эйәләрен район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев та ихлас тәбрикләп, үҙ эшенең оҫталарына, ветерандарға аҡ теләктәрен еткерҙе. Был өлкәләге ҡаҙаныштарҙы (ә улар күҙгә күренерлек!) барлап, ағымдағы йылда башҡарыласаҡ эштәрҙе билдәләп, намыҫлы хеҙмәте менән маҡтауға лайыҡлыларҙы бүләкләп үтте.

Кисә район мәҙәниәт һарайында тиҙҙән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте эшсәндәре көнө, республикала был тармаҡ ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан ҙур байрам сараһы үтте.
Тантанала тынғыһыҙ, яуаплы хеҙмәт эйәләрен район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғайса Янбаев та ихлас тәбрикләп, үҙ эшенең оҫталарына, ветерандарға аҡ теләктәрен еткерҙе. Был өлкәләге ҡаҙаныштарҙы (ә улар күҙгә күренерлек!) барлап, ағымдағы йылда башҡарыласаҡ эштәрҙе билдәләп, намыҫлы хеҙмәте менән маҡтауға лайыҡлыларҙы бүләкләп үтте.
Район мәҙәниәт һарайы артистары тарафынан әҙерләнгән музыкаль күстәнәс тантананың төп сәбәпселәренә байрам кәйефе бүләк итте.
... Эйе, халыҡтың йәшәйеш сифаты, йорт-фатирҙарҙа булдырылған уңайлы шарттар, урамдарҙағы таҙалыҡ... – бөтәһе лә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең намыҫлы эшенә бәйле. Иңдәрендә тау-тау бурыстар йөкмәп, халыҡ мәнфәғәте өсөн тоғро хеҙмәт итеүсе эшсәндәргә артабан да дәртләнеп-сәмләнеп эшләр өсөн һүнмәҫ дәрт, ныҡлыҡ, һаулыҡ теләйек!
Анатолий КАЗАКОВ фотолары
Читайте нас: